Рәхмәт һеҙгә!25.10.2014
Ейәнсура районы

Рәхмәт һеҙгә!
(Мостай Кәримгә хат)

Һаумыһығыҙ, Мостай олатай!
Беҙҙең менән хушлашыуығыҙға тиҫтәгә яҡын йыл үтте. Шулай ҙа әле лә яныбыҙҙа кеүекһегеҙ, сөнки күңелебеҙҙә Мостай рухы йәшәй.
“Беҙҙең өйҙөң йәме” тигән по­весығыҙҙағы Оксанағыҙ йорт йәме булһа, һеҙ илебеҙҙең, әҙәбиәт донъяһының күрке инегеҙ. Һәр әҫә­регеҙ беҙгә фәһем бирә, тормош­то яратырға өйрәтә.
Мостай олатай! Үлемһеҙ әҫәр­ҙәрегеҙҙе уҡыуыбыҙ, мәшһүр яҙыу­сыбыҙ, шағирыбыҙҙың китаптары нигеҙендә тәрбиәләнеүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Рәхмәт һеҙгә!

Ғайсар ҠАНСУРИН,
Байыш мәктәбе уҡыусыһы.


Вернуться назад