Мауыҡтырғыс йәнле донъяла25.10.2014
Мауыҡтырғыс йәнле донъяла
Бөгөнгө мәктәп китапханаһы уҡыу залы ғына түгел, ә заманса техника менән йыһазлан­дырылған, дәр менән йәнәш атлаған шаулы, мауыҡтырғыс, бай һәм үҙенсәлекле донъя ул. Унда байрамдар, викториналар, күргәҙмәләр уҙғарыла, балалар дәрескә, олимпиа­даларға әҙерләнә, төрлө яҡлап камиллаша.


Мауыҡтырғыс йәнле донъялаФатима Мостафина исемен­дәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы китапханаһы – тап шундай рухи мөйөш. Унда балалар ғына түгел, уҡытыусылар менән ата-әсә лә йыш була. Эштең оҫта ойошторолоуы, һис шикһеҙ, ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен китапханаға бағышлаған мөдир Разия Ғәйнуллинаның тәжрибәһенә бәйле.
Мауыҡтырғыс йәнле донъялаАғымдағы уҡыу йылы башынан алып бында байтаҡ сара уҙҙы. Күптән түгел Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән викториналар айырыуса йәнле, фә­һемле, мауыҡтырғыс булды. Мәҫәлән, IV “Б” класы уҡыусы­лары үҙҙәре яратып уҡыған “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса көс һынашты. Балалар әҫәрҙең йөкмәткеһен яҡшы белә, әҙиптең йәш быуынға ни әйтергә теләгәнен аныҡ төшөнгән. Класс етәксеһе Гөлнара Салауат ҡыҙы әйтеүенсә, улар викторинаға етди әҙер­ләнгән, Мостай Кәрим­дең ижадын яратып өйрәнә.


Вернуться назад