7-се дәресҺуңғы ваҡытта автотранспорт сараларын страховкалауға ҡағылышлы һорауҙарҙы йыш ишетергә тура килә. Был тәү сиратта яңы ҡағиҙәләргә бәйле. Шуға сираттағы дәресте ОСАГО темаһына бағышлаһаҡ, яҙыҡ булмаҫ.1 октябрҙән ОСАГО страховкаһына үҙгәрештәр индерелде. Ошоға тиклем аварияла ғәйебе булмаған водителгә машинаһын ремонтлау өсөн (зыяндың күләменә ҡарап) страховка 120 мең һумға саҡлы билдәләнә ине (зыян күләме артып китһә, водитель үҙ аҡсаһын өҫтәй). Юл-транспорт ваҡиғаһында бер машина зыян күрһә лә, бишәү ватылһа ла — ошо сумма. Хәҙер, яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, страховка кимәле һәр машинаға (водитель ғәйепһеҙ тип танылһа) 400 мең һум күләмендә билдәләнде.
11 октябрҙән бөтә страховкалау компанияларында ла страховкалауҙың база өлөшө 25-30 процентҡа күтәрелде.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: элек, аварияла кеше һаулығына зыян килһә, 160 мең һумға саҡлы страховка түләнергә тейеш ине. 2015 йылдан был сумманы 500 мең һумға саҡлы арттырыу күҙаллана. Һөҙөмтәлә ОСАГО-ға тағы ла хаҡ артыуы ихтимал. КАСКО-ға килгәндә, бында үҙгәрештәр юҡ. Ә бына европротоколға (ЮХХДИ хеҙмәткәренән тыш, үҙ-ара килешеү) хаҡ ике тапҡырға артты. Хәҙер был сумма 50 мең һум тәшкил итә.
Яңы закон автомашиналарын 1 октябрҙән һуң страховкалаған водителдәргә генә ҡағыла. 1 октябргә тиклемге ОСАГО полисы ваҡыты үткәнсе элекке ҡағиҙәләргә ярашлы ғәмәлдә ҡала.
Рубриканы Хәлим ӘЙҮПОВ алып бара.