Һаҡ булығыҙ: боҙлауыҡ!25.10.2014
Һаҡ булығыҙ: боҙлауыҡ! Аҙна аҙағына йәнә һауа температураһы түбәнәйҙе, ҡар яуыуы көтөлә. Ғөмүмән, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, уртаса һауа температураһы бер нисә көн дауамында 5-7 градус йылылыҡтан юғары күтәрелмәй икән, шиномонтажға инеп сығыу артыҡ булмаясаҡ. Һис юғында, көндәр йылынып китһә, бер-ике аҙна ҡышҡы тәгәрмәстәрҙә йөрөп торһағыҙ ҙа әллә ни ҡурҡынысы юҡ. Уның ҡарауы — ышаныслы, хәүефһеҙ.

Инспекторҙар был осорҙа айырыу­са иғтибарлы булырға саҡыра — тиҙлекте арттырмағыҙ, дистанция һаҡлағыҙ, ҡапыл туҡтамағыҙ, боролош утын ҡабыҙырға онотмағыҙ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатлап сыҡҡанда ла ҡамасауламаҫ. Йәш автомобиль йөрөтөүселәргә иһә, белгестәр тайғаҡ юлда үҙеңде нисек тоторға, нимә эшләргә кәрәклеге тураһында махсус курстар үтергә кәңәш итә.
Йәйәүлеләр ҙә уяулығын юғалтмаһын ине. Айырыуса ҡараңғыла иғтибарлы булыу шарт.
Ғөмүмән, тәүге ҡар яуған көндәрҙә йәмәғәт транспортында йөрөү отошлораҡ, ти инспекторҙар. Статис­тика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, “ҡалайсылар көнө” йыш ҡына хатта тәжрибәле автоһәүәҫкәрҙе лә аямай.


Вернуться назад