Ризыҡтың бәрәкәте – табаҡтағы ҡулдарҙың күплегендә24.10.2014
- Мосолманға хас булмаһа ла, төрлө сараларҙа ойошторолған фуршеттарҙа аяғөҫтө тороп ашарға тура килә. Был йәһәттән ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

А. МӨХӘМӘТОВ.
Ейәнсура районы.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
- Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәләнең ҡа­нун-ҡағиҙәһе яҙылған “Ҡөрьән Кә­рим”дә: “Ашағыҙ, эсе­геҙ, исраф ҡыл­мағыҙ!” – тип бойоролған. Ризыҡтың – Раббы­быҙ биргән ниғмәттең – тормошта ҙур урын алып торғанын һис кем инҡар итә алмаҫ. Әҙәм балаһы ашам­лыҡтың ҡәҙерен унан төрлө сәбәп буйынса мәхрүм булған ваҡытта айырыуса нығыраҡ аңлай.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм иң алдан бисмилла итеп, үҙеңдең алдыңдан, уң ҡулың менән ашау мөһимлеген әйткән. “Ризыҡтың бәрәкәте – табаҡтағы ҡулдарҙың күплегендә”, – тигән ул икенсе бер мөбәрәк хәҙисендә. Әлбиттә, хәҙерге быуын вә­килдәренә бармаҡ менән ашау бөтөнләй ят кеүек тойола. Элеккеләй урындыҡта ултырып туҡланыу ҙа күптән онотолдо. Ә ул борон-борондан Исламда ғаиләнең күркәм байрамы кеүек ҡабул ителгән. Урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡ тирәләй өлкән йәштә­геләр, унан балалар теҙелешеп ултырған. Әсәй алып килгән ризыҡҡа, ғаилә башлы­ғынан уҙып, берәү ҙә беренсе булып һо­нолмаған. Аяҡтарҙы бөкләп ултырыуҙың үҙ хикмәте бар: иҫбатлауҙарынса, был осраҡта ашҡаҙан бер аҙ ҡыҫыла, һәм унда туйған ваҡытта ла урын ҡала икән. Намаҙ уҡы­ғандағы кеүек ултырғанлыҡтан, йөрәк тә ял итә. Аяғөҫтө тороп йә өҫтәл янында ултырып ашағанда иһә ҡан әйләнешенә ҙур көс талап ителә. Өҫтәүенә ризыҡ валсыҡтарының иҙәнгә төшөүе бар. Ә урындыҡта ултырып туҡланғанда барыһы ла ашъяулыҡта ҡала. Исламда ризыҡҡа, айырыуса икмәккә хөрмәт элек-электән ҙур булған. Уның вағын төшөрөү гонаһ һаналған. Төп ризығыбыҙҙың халыҡты һуғыш, аслыҡ-яланғаслыҡ йылдарында һаҡлап ҡалғаны хаҡында төрлө хә­тирәләр, әҫәрҙәр аша ла танышбыҙ. Мә­ҫәлән, бөйөк әҙибебеҙ Әнғәм Атна­баев­тың:
Әсәй миңә ҡара икмәк сәйнәп,
Имеҙлеккә һалып биргән дә
Үҙе киткән ураҡ урырға.
Илағанмын, ләкин сыҙағанмын –
Икмәк менән була торорға, –
тигән шиғырында икмәктең көсө хаҡында тулыһынса әйтеп бирелгән.
Миңә мөрәжәғәт иткән ҡәрҙәшебеҙҙең һорауына килгәндә, ысынлап та, хәҙер төр­лөсә туҡланыу осраҡтарына шаһитбыҙ. Әммә кафеларҙа аяғөҫтө тороп ашау, унан-бынан ҡапҡылау – замандың тиҙлегенә бәйле ваҡытлыса ғына күренеш ул. Ата-баба аманатына тоғро, үҙенең һәм тыуыр нәҫел­дәренең һаулығын ҡайғыртҡан мосолман уны ғәҙәт итеп алмаҫ. Иң алдан бисмилла әйтеп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп, бөтөн ғаилә менән бергәләп ризыҡланһаҡ, бер-беребеҙгә ихтирамыбыҙ артыр, ашамлыҡҡа ла бәрәкәт килер, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад