Исламдың ҡиммәтен һәм һиммәтен танытыр24.10.2014
Исламдың ҡиммәтен һәм һиммәтен танытыр Ил Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән һигеҙ йыл элек Рәсәйҙә Ислам ғилемен үҫтереүгә булышлыҡ иткән фонд ойошторолғайны. Байтаҡ юғары уҡыу йортонда уның үҙәктәре булдырылды. Ошо иҫәптә республикалағы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла бар.

Уҡыу йортонда күптән түгел “XXI бы­уаттың белем биреү мөхитендә Ис­ламдың маҡсаттары һәм ҡиммәт­тәре” исемле VII халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Унда Башҡорт­остан Президенты ҡарама­ғындағы Дәүләт-дин мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосол­мандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин, Баш­ҡортостан мо­сол­мандарының Диниә назараты рә­йесе мөфтөй Нурмө­хәмәт хәҙрәт Ниғ­мәтуллин, БДПУ ректоры Раил Әсә­ҙуллин, төрлө илдәрҙең ғалимдары, студенттар ҡатнашты.
Билдәле булыуынса, педагогия уни­верситетындағы Мосолман мә­ғари­фын үҫтереүҙең ғилми-тикше­ренеү үҙәге уңышлы эшләй. Унда Ислам тарихына, ғилеменә бәйле әсбаптар сығарыла, дини дәрестәр алып барған педагог­тарҙың һөнәри квалификацияһын күтә­реү йәһәтенән булышлыҡ күрһәтелә. Дистанцияла уҡытыу ҙа ойошторолған. Әлеге сарала үҙәктең хеҙмәтенә баһа бирел­де, “түңәрәк өҫтәл”дәр, ос­ра­шыу­ҙар үтте, ғөмүмән, дини белем биреүгә бәйле көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.
(Темаға бәйле тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).


Вернуться назад