Ғүмер — намыҫ көҙгөһөҺүҙгә һүҙ ялғанып үрелә бара. Мостафа ағайҙың хәтер һандығының төбө күренмәй. Һәм һайыҡмаһын да ул. Мин уның һәр һүҙен хәтеремә һеңдереп ҡалырға тырышам, бындай форсаттың гел генә булып тормаясағын аңлайым бит инде. Үҙемсә, һүҙҙе йәнә әҙәбиәт яғына бороп маташам. ”Мостафа ағай, – тим, – һуғыштан һуң ауылда концерт-маҙар ҡуйырға булһалар, мотлаҡ ”Үлмәҫбай”ҙан өҙөк уҡырҙар ине. Ниңә икән?” “Халыҡ һәр ваҡыт бойоғоп йәшәргә тейеш түгел, юғиһә уның рухы йомшара, өмөтһөҙлөк йота башлай, – ти Мостафа ағай. – Һуғыш ваҡытында “Василий Теркин” юҡҡа ғына тыуған тиһеңме? Заман үҙе тыны менән тартып ала ундай әҫәрҙәрҙе. ”Үлмәҫбай” ҙа халыҡты дәртләндереү өсөн кәрәк булғандыр”.
– Бына беҙ һинең менән гараж түбәһен тапайбыҙ, – тип һүҙен икенсегә бора ағайым. — Машиналарҙы һанамағанда, аяҡ аҫты бушлыҡ, ҡыуыш бит инде. Бушлыҡ өрөү булып сыға. Һинең ише фәлсәфәүи фекерле кешене был хәл ниндәйҙер уйға һалмаймы?
– Әллә инде...
— Потому что һин — томана.
Ағайым бер мәл, донъялағы иң тәүге тарихсы Геродотты тиҙ генә хәтергә төшөрә алмаған өсөн мине ”томана” тип шаяртҡайны. Юҡ-юҡ та шул һүҙен һөйрәп сығара. Тимәк, ағайҙың кәйефе арыу, йөрөй торғас, шиғыр менән дә һөйләп ебәрә.
Ҡарағас та йөҙөңә
Ни әйтәйем үҙеңә? –
Сибәр ҡыҙҙар гөлдәр һипһен
Һинең йөрөгән эҙеңә.
Бер мәл, редакция һораған мәҡәләһенә ҡушып, шундай хатын да ебәргән:
”Хөрмәтле Марсель! Бына яҙҙым. Нимә килеп сыҡҡандыр. Күңелдә ҡыуаныс та, хәстәр ҙә бар. Үҙең ҡара. Килешмәгән ерҙәрен килештереп баҫ.
Иң изге теләктә ҡалам.
Мостай КӘРИМ.
Йылмайҙы Ҡотлоғәлләм –
Яҡтырҙы бөтә ғаләм.
Шулай йылмай һәр заман,
Ҡотлоғәлләм уҙаман.
Ҡотлоғәлләм уфтанды,
Йәнгә хәсрәт уҡталды.
Ҡотлоғәлләм, уфтанма,
Беҙгә ҡайғы-ут һалма”.
1.Х.93.
Их, бер һүрән шәм рәүешендә генә булһа ла, ғаләмдәргә яҡтылыҡ һибеп, уфтанмай ғына йәшәргә ине лә! Мостафа ағай эргәлә саҡта үҙемдең етемлегем дә онотолоп торған икән. Ҙур яҙыусы минең кескәй генә ижадыма ла битараф булманы. Дәртләндереп торҙо. Публицистик китаптар циклын башлағас, хуплап, “То был лишь только ветер...” тигәненә баш һүҙ яҙҙы. “Хәҙерге донъя кешеләрҙе үҙе философ яһай. Өҫтән-мөҫтән әйтелгән фекер һәр саҡ дөрөҫ булмай. Төптәнерәк ҡарарға тырыш”, – ти ине. Был да васыят булып ҡалды.
Мостафа ағайҙың тыуған көнө һайын һуңғы йылдарҙа гөлләмә тотоп инер булдым. Хәҙер уны бүләк итер кешеләрҙән ҡатыным ғына ҡалды. Кистәрен гараж түбәһен яңғыҙ тапайым. Ә аҫта ла, тирә-яҡта ла бушлыҡ...
– Мостафа ағай, намыҫлы йәшәүҙең әҙер ҡағиҙәләренә юлыҡҡанығыҙ булманымы?
— “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме, интересный вопорос...” – тип йырлай торғайныҡмы әле йәш ваҡытта? Һинең “вопорос” та шулайыраҡ булды түгелме?
– Үҙгәртеп ҡороу тигән кампания башланғас, хәтерҙә, Һеҙ: “Майҙандарға бәреп инеүсе йылғыр ел иң тәүҙә туҙан менән уҙған йылғы ҡыу үләнде ҡалҡыта”, – тигәйнегеҙ. Фекерегеҙ әле лә үҙгәрмәнеме?
– Йәмғиәттә күп нәмәләрҙе үҙгәртергә кәрәк булыуы бәхәсһеҙ. Бында дәрт тә, тәүәккәллек тә мөһим. Шул уҡ ваҡытта уйһыҙ, иманһыҙ кешеләрҙең эшкә ең һыҙғаныуы һағайтты. Уларҙы шик-шөбһәләр ҙә, юғалтыуҙар ҙа борсомай. Ә бит ҡорамдарҙы төҙөгән кешеләрҙең уларҙы ҡыйратыуға ҡулы күтәрелмәй. Тарихыбыҙҙа үкенерлек нәмәләр байтаҡ булды. Әммә халыҡ эшләне – һәм нисегерәк эшләне әле! Беҙ ауыр йәшәнек, ләкин күңелле байрам иттек. Бәләкәй генә ҡыуаныс та оло байрам ине бит.
– Хәҙер, Ватан яҙмышы тураһында хәүеф йөрәкте һәр саҡ тырнап торғанда, Һеҙҙең “рус түгелмен, ләкин россиян мин” тигән һүҙҙәрегеҙ яңыраҡ, айырым бер мәғәнә ала. Ҡайһы бер тәнҡитселәр шиғырҙың ҡайһы бер юлдарына декларатив тип баһа бирергә ашыҡты, әммә “тамырҙарым бит дүрт быуат әүәл Мәскәү менән барып тоташҡан” тигән фекер ихлас һәм тапҡыр әйтелгән. Уны йышыраҡ хәтергә төшөрөп торғанда ла артыҡ булмаҫ ине.
– Был шиғырҙың асылынан мин һис ҡасан да баш тартмаясаҡмын. Художестволылыҡ йәһәтенән, бәлки, ул иң ҙур табышым түгелдер. Әммә ул – минең балам һәм шиғыр яҙылған осорҙоң балаһы. Минең, башҡорт яҙыусыһының, атайсалы Рәсәйҙең уртаһында ята. Халҡымдың ярты мең самаһы ғүмере рустар менән бәйләнгән. Беҙ россияндар булыуыбыҙ менән һәр даим ғорурландыҡ. Сит илгә сыҡһаң: “Һеҙ рустармы?” – тип һорайҙар. Һәм беҙ, россияндар, “Эйе”, тип яуап бирәбеҙ. “Юҡ, мин – башҡорт” тип аныҡлау башҡа инеп тә сыҡманы. Ә инде халҡым, уның тарихы менән йәшәүем тураһында һөйләргә кәрәк булғанда, “Мин – башҡорт”, – тим, Ватаным иһә – Рәсәйҙең бер өлөшө”.
– Театр тураһындағы мәҡәләләрҙең береһендә Һеҙ ошондайыраҡ фекер әйткәйнегеҙ: “пьесаларымды яҙған саҡта уларҙы ҡыҙымдың да ҡарау ихтималын мин бер ҡасан да онотмайым...”
– Эйе. “Бәләкәй Вера” фильмын ҡарағанда, мин эргәмдә балаларымдың ултырмауына ҡыуандым. Ояттан ни хәл итер инем. Һылыуҙар тип, сәхнәгә яртылаш шәрә ҡыҙҙарҙың сығыуына ла эс боша.
“Комсомольская правда” гәзите һәр һанында яланғас ҡатын-ҡыҙҙың фотоларын баҫып туймай. Ғөмүмән, ир менән ҡатындың бер-береһен белеү сере борон-борондан бөйөк, рухи, юғары сер булған. Хәҙер барыһы ла ябайлашты.
Икенсе нәмә лә борсой. Быуаттар дауамында шундай ҡағиҙә йәшәп килгән: ҡустыһын йәберләһәләр, ағай яҡлаған, атаһы – улын, дуҫ – дуҫты. Ошо ҡаһарманлыҡ юғала бара. Ул иһә – халыҡ әхлағы мәсьәләһе. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ бөтөрәбеҙ, ағыулайбыҙ, эскелектән аҡылдан яҙабыҙ, зәғиф сабыйҙарҙы ишәйтәбеҙ, тарихи хәтерҙе юғалтабыҙ, оятты юябыҙ. Изгелек орлоҡтарын һибеп, сәңгелдәк йырын йырламаһаҡ, йәшәй алырбыҙмы икән? Әсәйҙәр, сабыйҙарығыҙҙы бишек йыры көйләп йоҡлатығыҙ.
Йомғаҡлап әйтер һүҙ”Эй, аҙашҡан ваҡыт, ҡайҙаһың һин? Әҙәм һине йәнә табырмы?”
Беҙ барыбыҙ ҙа Шағирҙың образдары һәм аллегориялары донъяһында йәшәйбеҙ. Еребеҙҙең моңо һәм ҡайғыһы булған ҡайын... Йәрәхәтле яугирҙең төшөнә ингән ҡанатлы толпар – Аҡбуҙ... Европа менән Азия араһында бер туҡтауһыҙ һуҡмаҡ тапаған һәм ошо ептәй генә һуҡмағы менән бөйөк ике ҡитғаны бәйләүен белмәгән кескенә ҡырмыҫҡа. Минең йәш дуҫым шағир һәм драматург Айҙар Хөсәйенов менән ризалашмау мөмкин түгел: Мостайҙың һәр китабында, һәр бер әҫәрендә һәм һәр юлында мотлаҡ рәүештә изге һүҙ, аҡыллы фекер, кинәйәле хикәйәт табаһың һәм, тапҡас, әйтерһең, эңер баҫып барған тормош боролоштарында юл яҡтыртырлыҡ сыраға юлыҡҡандай булаһың.
Йәнә Шағирҙың образлы һүҙенә таянам, сөнки уны юғалтыу менән беҙ үҙебеҙҙән, тәндән һарҡылып сыҡҡан ҡан шикелле, Ваҡыттың сығып юғалыуын һәм бушлыҡ эсендә ваҡытһыҙ ҡала барыуыбыҙҙы әсерәк тоябыҙ. Эскерһеҙлеге шикле булған данлауҙар, кемде шул ҡәҙәре лә өҙөлөп яратыуҙарын һәм кемде юғалтыуҙарын аҙым һайын әйтеп әрһеҙләгән дежур анттар көсәйә барған һайын әлеге бушлыҡ ҙурая, тәрәнәйә кеүек.
Билдәле булыуынса, Мостай Кәрим аллегорияларҙың тиңдәшһеҙ оҫтаһы ине. Уларҙа Шағирҙың был донъяны нисек күреүе сағыла, быуындар араһындағы бәйләнеште лә, ҡитғалар араһындағы юлды ла, халыҡтар араһындағы рухи яҡынлыҡты ла ул үҙенсә генә һиҙемләне һәм үҙенсә аңланы. Образдары, хикәйәттәре һәм риүәйәттәре аша автор үҙе еткергән бер нисә миҫалды килтерәйем. “Мин ... йылғаның яры ниңә икәү булыуын аңланым. Ике яр һыу ағышын тотҡан кеүек, ике яр уртаһынан Замана – Ваҡыт үҙе аға: бер яры — юғалған тормош, икенсеһе – мәңгелек. Кеше иһә, ике ярҙы ағас, таш, тимер менән тоташтырырға маташып, фекер һәм хыялдан күпер төҙөп, ошоноң хаҡына ғүмерен фиҙа ҡыла”.
Эйе, дөрөҫ хәтерләнегеҙ, килтерелгән юлдар – “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесынан өҙөк. Әйткәндәй, Мостай үҙенең әҫәрҙәрендә “күпер” тигән төшөнсәгә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайта. Әлбиттә, һүҙ төҙөлөш ҡоролмаһы мәғәнәһендә түгел. Шағир өсөн күпер – быуындарҙы ла, кешеләрҙе лә, Ваҡыттың үҙен дә бәйләүсе тәрәнерәк образ. Ул ижадының һәр осоронда, арыу-талыуҙарын онотоп тороп, кешеләр араһындағы дуҫлыҡҡа гимн яҙа килде. Шағир раҫлауынса, бөтә халыҡтар ҙа, төпкәрәк төшөп уйлағанда, бер йөрәк аҫтында йән алған, бер тамырҙан яралған. Уның инаныуынса, яңғыҙ-ярым йәшәп кенә ысын бәхеткә өлгәшеү мөмкин түгел. Ошо урында бер китабында Шағир һөйләгән риүәйәтте хәтергә төшөрөү урынлы булыр. Баҡтиһәң, Европаны Азиянан ҡасандыр оло даръя айырып ятҡан икән. Хоҙайҙы был хәл маҙаһыҙлай башлаған. Һәм ул, ниһайәт, ике ерҙе тоташтырмай хаталаныуын аңлаған. Әммә ҡылған эшен төҙәтергә йә теләге, йә ҡулы етмәй икән. Шул саҡ Мәүлә әмәлен тапҡан: бер башҡорт егетен саҡырып алған да, оҙон ҡорос энә һәм осһоҙ-ҡырыйһыҙ алтын еп менән Азияны Европаға ҡуша тегергә бойорған. Бәлки, киреһенсә лә булғандыр. Иң мөһиме, егет оҙаҡ һәм бик тырышып фарманды үтәгән һәм тәүге мәңгелек үтеүгә эшен ослап та ҡуйған. Бына мөғжизә, әлеге йөй урынында ерҙә булған һәм булмаған хазиналар тауы үҫеп сыҡҡан. Тауҙы һуңыраҡ Урал тип атағандар.
Ләкин был әле риүәйәттең ахыры түгел. Алла эштән ҡәнәғәт ҡалған һәм, әжер итеп, егеткә ҡыҙ сифатындағы һәм әсә рәүешендәге гүзәл бер йәнде бүләк иткән. Һөйләүҙәренсә, башҡорт тоҡомо шуларҙан киткән. Үҙенең бихисап мәҡәләләрендә, интервьюларында, сығыштарында Мостай Кәрим, ҙур тулҡынланыу менән уртаҡ Ватаныбыҙ Рәсәй һәм уртаҡ яҙмышыбыҙ хаҡында әйтә килә. “Рәсәй – күп милләтле ил, – тип яҙҙы шағир. – Уның тарихы бөтә халыҡтарының ҡылған эштәре һәм яҙмышынан тора”. Мостай бер ваҡытта ла үҙ теленең сиктәренә генә бикләнмәне һәм Башҡортостанда урыҫтарҙың да, татарҙарҙың да, сыуаштарҙың да Ватанын күрҙе. Бөгөн Башҡортостан, быуаттар барышында кесерәйә килә, әйҙә 143,5 мең квадрат километр ғына ерҙе биләһен, әммә дүрт миллиондан күберәк халыҡ өсөн унда ҡыҫынҡы түгел. Урын да, эш тә, ризығыбыҙ та бөтәбеҙгә лә етә. ”Мин – башҡорт, — тип дауам итә Мостай, – ләкин Башҡортостан минең генә ерем тип әйтә алмайым. Бының менән мин республикала йәшәүсе бүтән халыҡтарҙың ватан тойғоһон кәмһетер инем. Улар Башҡортостанды, моғайын, минән аҙыраҡ яратмайҙыр”.
Башҡортостан Мостай Кәрим өсөн республика ғына булманы. Шағир телендә ул кеше рухы Урал тауҙарынан да бейегерәк осҡан Мөхәббәт иленә әүерелде. Һәм ошо мөхәббәтте, йөрәгендә бер генә мәлгә лә һүндермәй, шағир донъялағы бөтә дуҫтарына ла илтте. Мостайҙың Сыңғыҙ Айтматов, Михаил Алексеев, Алим Кешоков, Абдужәмил Нурпеисовтар, украин, грузин, бүтән ҡәрҙәштәр менән дуҫлығы, ерҙә нисек йәшәргә мөмкинлек һәм тейешлек өлгөһө булып, күптән инде риүәйәт рәүешен алғайны. Ә шиғриәт арбаһының, рус шағиры Ярослав Смеляков әйткәнсә, дүрт тәгәрмәсен тәшкил иткән Мостай Кәрим + Рәсүл Ғамзатов + Ҡайсын Кулиев + Давид Кугультиновтар һуң? Күп милләтле Рәсәй шиғриәтенең дүрт сусағы улар ине. Дүртәүһе лә ғәжәп талантлы, ләкин улар араһында Мостай иң аҡыллыһы һәм иң сабыры булды.
Мостай планетаһында уның оло (йәш яғынан) рус дуҫы, күренекле шағир Михаил Дудин айырым бер тау булып күтәрелеп торҙо. Ул Башҡортостанға күп мәртәбә килде, Мостайҙың нисәмә быуын ырыуҙаштары үткән һуҡмаҡтарҙан йөрөнө, төндәрен ай яҡтыһында дала ҡылғанының көмөш нурға ҡойоноуына һоҡланды. Ләкин иң мөһиме – ҙур рус фронтовик-шағиры, Мостай янына килеп, ауыр йәрәхәттәре фажиғәгә әйләнеү ихтималы булған саҡта, башҡорт фронтовик-шағирына бер терәк була.
Байтаҡ йәй, яҙ, ҡыш һәм көҙҙө беҙ бөйөк замандашһыҙ үткәрҙек. Алда йәнә ҡыш, “бына тағы, бәүелеп, ҡарҙар яуа, ғүмере барға – дауа, әруахтарға – доға...” Шағир хаҡ, һәр кем хәтерҙә үҙенсә йәшәй. Ваҡыт һәм үҙеңдең ҡыуаныстарың, тетрәнеүҙәрең аша уларҙың ҡайһы берҙәренең һинең рухи тәржемәи хәлеңдең бер өлөшө булыуын нығыраҡ тояһың. Улар һиндә бер осҡон булып йәшәй. Ошо яҙмаларҙы Мостай Кәримдең тормош юлын һәм ижадын өйрәнгәндәрҙең береһе, дуҫым профессор Ильяс Вәлиевтең китабынан кескәй генә өҙөк менән тамамлағым килде.
“Хәтер – кеше аңының пирамидаһы, һәм уның иң бейек нөктәһе һис ҡасан да булмаясаҡ. Хәтерҙең аҙағы юҡ, дөрөҫөрәге, уның сығанағы кешелек тоҡомо бөткәс кенә ҡороясаҡ. Хәтерһеҙ ҡалған кешенең киләсәге лә юҡ; атай-олатайҙары тураһындағы хәтирәләрҙән баш тартҡан кешелек һәләк булыуға дусар.
Хәтер аңды булдыра һәм үҫтерә. Уның ярҙамсыл да, хыянатсыл да булыуы ихтимал, ул ҡыуандыра ла, көйөндөрә лә... Хәтер — Ваҡыт киҫешкән урын”.
Эйе, нәҡ шулай.