Йырсы Бибисара Азаматованы бөгөн Башҡортостанда белмәгән кеше һирәктер. Ғүмеренең сәскәләй саҡтарын ауыр хеҙмәткә бағышлап, “Башҡортостан аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре”, “Ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы” тигән маҡтаулы исемдәргә, “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булған апай үҙенең моңло йырҙары менән сәнғәт донъяһында ла балҡыны.
Ошо көндәрҙә Бибисара Мостафа ҡыҙы күркәм юбилейын билдәләй. Форсаттан файҙаланып, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. – Бибисара апай, һеҙҙе сәхнәлә күргәс, был ғүмере буйына йырлап ҡына йөрөгәндер, тип уйлап ҡуяһың. Сөнки сәхнәләме йә телевизор экранындамы, һеҙ – ҡойоп ҡуйған артист. Ә бына 30 йыл Баймаҡ һыра заводында эшләүегеҙҙе, шуның 18 йылында директор булыуығыҙҙы белгәс, аптырабыраҡ ҡалдым. Тормош юлығыҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине.
– Баймаҡ районының Бәхтегәрәй ауылы ҡыҙымын. Әсәйем ғүмер баҡый эштән бушаманы: 14 йәшенән колхоз эшенә тотонған, үгеҙ егеп Магниттан кәрәсин ташыны, сәсеүгә йөрөнө, һауынсы, һарыҡ ҡараусы булды... Мин өләсәйем Фәтхиямал тәрбиәһендә үҫтем. Ул Ирәндек буйында бейә һауа, ҡымыҙ бешә ине. Ололарға эйәреп барам да Ирәндек итәгендә еләк, сейә, муйыл йыям. Емештәремде Баймаҡ баҙарында һатып, сәй-шәкәр, икмәк алып ҡайтам. Өләсәйем ҡалған аҡсаны йыйып, миңә тәүге кофтаны алып бирҙе.
Ер өйҙә, йәғни землянкала йәшәнек. Әсәйем менән утынға йөрөүебеҙ әле лә иҫкә төшөп, күҙҙәргә йәш төйөлә. Урмансы күреп ҡалмаһын тип, төнөн ай яҡтыһында әҙерләп, һөйрәп алып ҡайтабыҙ. Шулай йән аҫраныҡ инде.
– Ә нисек завод директоры булып киттегеҙ?
– Баймаҡ ҡалаһына уҡырға барҙым да һыра заводына секретарь булып эшкә урынлаштым. Яйлап мастер итеп ҡуйҙылар, комсорг, парторг булдым, директор вазифаһына тәғәйенләндем.
– Завод һынлы заводты етәкләү өркөтмәнеме һуң?
– Ике тапҡыр баш тарттым. Юҡ, эштән ҡурҡҡандан түгел, белемем етмәҫ һымаҡ ине. Урта мәктәпте генә тамамлағайным. Уйланым-уйланым да, ризалаштым. Иң яҡын күргән кешем Нюся Лабодина ла (уны хатта мәрйә әсәйем тип йөрөтәм) дәртләндереп ебәрҙе: “Бар, ҡыҙым, бар. Кешеләрҙе беләһең, насар хужабикә лә түгелһең, тик алдашма, урлашма”, – тине.
– Ауырға тура килгәндер?
– Киреһенсә, ҡатын-ҡыҙ кешегә етәксе булыуы еңелерәк, минеңсә. Башҡалар ҙа уның менән ихласыраҡ һөйләшә, нығыраҡ ышана. Сөнки, нимә генә тиһәк тә, ҡатын-ҡыҙ иҫәп ярата, һаҡсыл була, биргән вәғәҙәһен үтәргә тырыша. Ир-ат үпкәләмәһен, Хоҙай юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙға кешелек ғүмерен һаҡлауҙы йөкмәтмәгән.
– Бибисара апай, әлбиттә, йыр-моң тигән илаһи ҡөҙрәт кешенең дәрәжәһенә һәм вазифаһына ҡарап бирелмәй. Һеҙ ҙә бала саҡтан моңға ғашиҡ кешелер?
– И-и, элек, бәләкәй саҡта, байрамдар, туйҙар күңелле үтә торғайны! Беҙҙең йыйнаҡ өйөбөҙгә күрше-күлән, әсәйемдең һауынсы әхирәттәре йыйылып китә ине. Улар йырлашып ултыра, мин дә ҡушылам.
Йыр арҡаһында “файҙа” күргән саҡтарым да булды. Еләк йыйғанда, яңылыш абынып, тулы биҙрәм түгелеп китһә, өлкәнерәк апайҙар: “Бибисара, әйҙә, һин йырла, беҙ биҙрәңде тултырабыҙ”, – тиҙәр. Ташҡа баҫып, үҙем белгән оҙон көйҙәрҙе һуҙам. Шулай башланды минең тәүге “концерт”тарым.
Беҙҙә ҡара ҡатырғалы радио булды. Төш ваҡытында концерт бирәләр ине. Фәриҙә Ҡудашева, Мәғәфүр Хисмәтуллин кеүек данлы сәхнә оҫталары йырлай. Концерт бөткәс, радиоға ҡарап үҙем йырларға тотонам. Улар ҙа мине ишетә, тип уйлайым.
– Йырсы булыу теләге юҡ инеме?
– Унынсы класты бөткәс, колхозда һауынсы, күп тә үтмәй, дауаханала санитарка булып эшләй башланым. Дәртләнеп кенә йөрөгәндә, комсомол ойошмаһы Баймаҡ һыра заводына секретарь-машинистка, кадрҙар буйынса белгес итеп тәғәйенләне. Шулай итеп, 30 йыл ғүмерем завод менән бәйләнде. Заман ҡушыуы буйынса Одессала, Мәскәүҙә институт тамамланым, әммә йырсыға уҡырға насип булманы. Хәйер, ғүмер юлым барыбер йырҙан айырылманы.
– Өфөгә нисек килеп сыҡтығыҙ?
– Үҙем иҫән саҡта ҡыҙҙарым Альбина менән Эльвира үҙ юлын тапһын тип күсендем инде. Шөкөр, кеше булдылар. Үҙем дә Республика халыҡ ижады үҙәгендә директор урынбаҫары булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Әле лә унда үткән сараларҙа ҡатнашам.
Өфө минең өсөн йыр-моң үҙәгенә әйләнде. Күптән күңелемдә йөрөгән хыялдарымды бойомға ашырҙым: дискыларым сыҡты. Уларҙы яратып ҡабул иттеләр. Байтаҡ концерттарым гөрләп үтте. Алла бирһә, улар алда ла буласаҡ, әле яңы йырҙар өҫтөндә эшләйем.
Ғөмүмән, берәү әйтмешләй, эш муйындан. Ижадымды яратҡан тамашасыларыма рәхмәт! Улар мине дәртләндереп, ҡанатландырып тора.
С. НӘЗИРОВ
әңгәмәләште.