Ҡайһы юлды һайларға?24.10.2014
Ҡайһы юлды һайларға? Ошо көндәрҙә Башҡортостан Фәндәр академияһында “XXI быуатта Евразия интеграция образы: сикләүҙәр һәм мөмкинлектәр” тигән темаға халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция булды. Сарала республикабыҙҙан ғына түгел, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь илдәренән, шулай уҡ Мәскәү, Тула, Силәбе, Омск, Псков өлкәләренән килгән ғалимдар ҙа аналитик доклад менән сығыш яһаны.
“Рәсәйҙең киләсәктә ниндәй илдәр менән хеҙмәттәшлек итеүе отошлораҡ булыр?” тигән һорауға белгестәр төплө фекерен әйтте.


– Элекке союздаш республикалар бөгөн уңғамы, һул яҡҡамы йөҙ борорға тип уйлана. Йәғни иҡтисади хеҙмәттәшлектә АҠШ йоғонтоһона бирелергәме, әллә Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе нығытырғамы тигән һорау борсой уларҙы, – тине “Берлек” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Радик Мырҙағәлиев. – Бөгөн төрки һәм славян халыҡтары йәшәгән Евразия илдәренең берләшеп йәшәүенә ҡаршы сыҡҡан көстәр ҙә бар. Сәйәсмәндәрҙең, иҡтисад белгестәренең, ғалимдарҙың, конференцияға йыйылып, ошо мәсьәләне тикшереүе киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирер, тип ышанам.
Киләһе йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарыла, белгестәр фекеренсә, шуға был конференцияның әһәмиәте ҙур. Өҫтәүенә Башҡортостан, Рәсәйҙең үҫешкән төбәктәренең береһе булараҡ, Урта Азия илдәре менән тәжрибә уртаҡлаша ала.
Әйткәндәй, республикабыҙҙа былтыр барлыҡҡа килгән “Берлек” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге әле төрлө өлкәлә аналитик күҙәтеүҙәр алып бара. Уларҙың был төплө һығымталары киләсәктә Баш­ҡорт­останға инвестиция йәлеп итеүгә, илдәр араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға булышлыҡ итер тигән фекерҙә ғалимдар.




Вернуться назад