Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән “Рәсәй вертолеттары” холдингы етәксеһе Александр Михеевтың эш осрашыуы барышында республикала вертолет эшләүгә бәйле хәл һәм үҫеш мөмкинлектәре тикшерелде. Атап әйткәндә, холдинг составына ингән Күмертау авиация етештереү предприятиеһында “Ка” маркалы заманса вертолет техникаһын етештереү, 2014 — 2020 йылдарҙа эш күләмен арттырыу, килешеүҙә билдәләнгән йөкләмәләрҙе үтәү, заводты үҫтереү йүнәлештәре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов Күмертау предприятиеһының ҡала өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Ул 50 йылдан ашыу инде вертолет техникаһын сығара, 3 700-ҙән ашыу кешене эш урыны менән тәьмин итә. Башҡортостан Президенты һуңғы ваҡытта донъя һәм Рәсәй баҙарында күҙәтелгән ҡатмарлы шарттарҙа предприятиеға бөтә яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.
Александр Михеев әйтеүенсә, әле предприятиела етештереү ҡеүәттәре яңыртыла. Ул һөҙөмтәлелекте арттырыу, эш күләмен үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк. Заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе лә ҡарала. Әле “Ка” маркалы вертолеттар өсөн агрегаттар етештереүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттары ғәмәлгә ашырыла. “Ка-62”, “Ка-52”, “Ка-52К” вертолеттарының агрегаттарын етештереү ҙә үҙләштерелә.