Йәнә һәләкәт...24.10.2014
Мәскәүҙең “Внуково” аэропортында булған авиаһәләкәт сәбәптәрен тикшереү дауам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: фажиғә шишәмбегә ҡарай төндә теркәлде. “Фалькон” еңел моторлы самолеты ерҙән күтәрелеп киткән ыңғайға алғы шассийы менән ҡар таҙартҡыс машинаны бәрҙерә. Сәғәтенә 200 саҡрым тиҙлек менән килгән “тимер ҡош” түңкәрелеп китә һәм осоп күтәрелеү-ултырыу һыҙатына барып төшөп шартлай. Барлыҡ пассажирҙар ҙа — ике осоусы, стюардесса һәм Фран­цияның “Тоталь” корпорацияһы президенты Кристоф де Маржери — һәләк була. Ҡар таҙартҡыс машинаның водителе иһә әле шаңҡыу хәлендә, унан һорау алыу бара.
Әйткәндәй, “Тоталь” — нефть-газ тармағындағы иң эре корпорацияларҙың береһе. Табыш күләме буйынса ул донъяла дүртенсе урында килә. Рәсәй баҙарында “Тоталь” 15 йыл ҡатнашты. Кристоф де Маржери ҙур нефть-газ компаниялары етәкселәре араһында Евросоюздың һәм АҠШ-тың илебеҙгә ҡарата санкциялар индереүен асыҡтан-асыҡ ҡаршы булған берҙән-бер кеше ине.



Вернуться назад