Асыҡ һәм ғәҙел һайлау хаҡына31.01.2012
Башҡортостандың һайлау участкаларына ҡуйыласаҡ видеокамералар килтерелә башланы.
3 меңгә яҡын видеокүҙәтеү комплексы иң тәүҙә тикшереү үтәсәк, унан һуң, февраль башында, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы менән килешеү нигеҙендә уларҙы һайлау участкаларына ҡуя башлаясаҡтар. Рәсәй Президентын һайлау көнөнә тиклем республикабыҙҙың барлыҡ участкалары ла камералы буласаҡ. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса 95 меңгә яҡын һайлау участкаһы видеокүҙәтеү ҡоролмаһы менән йыһазландырыласаҡ. Маҡсат – һайлауҙы ғәҙел, асыҡ итеп үткәреү.