Банк хеҙмәткәре әбейҙе ҡотҡарған22.10.2014
Октябрьский ҡалаһындағы банктарҙың береһендә операциялар буйынса менеджер өлкән йәштәге клиенттың алданғанын аңлап, уны бәләнән ҡотҡара.

79 йәшлек инәйгә телефондан шылтыраталар. Йәнәһе лә, улы юл-транспорт фажи­ғәһендә ғәйепле, уның арҡаһында кеше һәләк булған. Ҙур күләмдә ришүәт биргәндә генә, ирҙе төрмәнән ҡотҡарып ҡалырға мөмкин, тип хәбәр итәләр. Һаҡлыҡ кенәгәһендә 60 мең һум аҡсаһы барлығын енәйәтселәргә хәбәр иткәндән һуң, әбей аҡсаһын алырға тип, банкка юллана һәм үҙенең бәләһе тураһында операторға һөйләй. Банк хеҙмәткәре инәйҙең алданғанын аңлағас, телефондан улы менән бәйләнешкә инергә күндерә. Баҡһаң, ул иҫән-һау, бер ниндәй ҙә бәләгә тарымаған булып сыға, бер нисә минуттан әсәһен банктан килеп ала, һәм улар тура полицияға мөрәжәғәт итә.

Һунар ҙа
бәләгә килтерә


Башҡортостандың тәфтиш комитеты һунар ваҡытында фажиғәле һәләк булған ирҙең үлем сәбәптәрен асыҡлай.

Октябрь башында дүрт дуҫ Иглин районына һунарға юллана. Урманда 30 йәшлек һунарсы, ҡыштырҙаған тауышты шәйләп, атып ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был уның 34 йәшлек дуҫы булып сыға. Йәрәхәтләнгән ир шунда уҡ йән бирә.

“Боҙомдан дауалайҙар”

Ауырғазы районы полицейскийҙары Удмуртияла йәшәгән енәйәтсене ҡулға алған. Ул 110 мең һум аҡса урлаған була.

Таштамаҡ ауылында йәшәгән 72 йәшлек инәй, аҡсаһы юғалыуын белгертеп, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Уның һөйләүенсә, йортона сиғанға оҡшаған ҡатын килеп инә һәм был йортта йәшәгән ғаиләгә көслө боҙом эшләнгәнен әйтеп һала. Йортто таҙартыу өсөн өйҙәге бөтә аҡсаны бирергә ҡуша. Йәнәһе лә, ул аҡсаға теймәйәсәк, уны төргәккә төрөп, төрлө им-том уҡып, бер нисә көнгә шкафҡа һалырға ғына кәрәк. Ошо арала аҡсаға ҡағылмау – төп шарт. Тәғәйенләнгән ваҡыт үткәс, әбей шкафында теге аҡсаны тапмай, әлбиттә.
44 йәшлек был енәйәтсе Удмурт Респуб­ликаһының Камбарка ҡалаһында йәшәгән. Уны хоҡуҡ һаҡсылары ҡулға алып, Башҡортостанға оҙатҡан. Ҡатындың башҡа енәйәттәргә лә ҡағылышлы булыуы ихтимал, ти полицейскийҙар.

Юлда абай бул

Башҡортостандың Юғары суды Баймаҡ районында йәшәгән 23 йәшлек егеткә ҡарата сығарылған хөкөм ҡарарын көсәйтте.

Былтыр декабрҙә төнгө клубта ярайһы уҡ эскән хәлдә ул дүрт дуҫы менән Билал ауылынан Темәскә юллана. Тиҙлеге юғары булыуға ҡарамаҫтан, телефондан һөйләшеп бара, һөҙөмтәлә, машинаға идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә ауалар. Ауыр йәрәхәттәрҙән 22 йәшлек пассажир дауаханала йән бирә.
Баймаҡ район суды егетте биш йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итә. Был ҡарарҙы йомшаҡ тип һанап, дәүләт ғәйепләүсеһе Юғары судҡа ялыу яҙа. Суд ҡарары буйынса енәйәтсе 3 йыл да 6 айын холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк.

Күршеһе менән килешә алмаған

Салауат ҡалаһында ике кешене үлтереүҙә һәм янғын ойоштороуҙа ғәйепләнгән иргә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылған.

Өҫтәге күршеләренең ғәйебе менән бер нисә тапҡыр ирҙең фатирын һыу баҫа. Һуңғы осраҡ уны сығырынан сығара — ул ярһып күршеләренә күтәрелә. Уларҙың иһә кәйеф-сафа ҡорған сағына тура килә. “Фатирымды һыу баҫты” тигәнгә, күршеләре ыжлап та бирмәй. Түҙемлеге ҡалмаған ир ултырғыс менән күршеһен һәм уның ҡунағын туҡмап ташлай. Унан инде мөйөштә торған креслоға ут төртә.
Йәрәхәтләнеүселәр бер нисә көндән дауаханала йән бирә. Енәйәтсене 17 йылға иркенән мәхрүм итәләр.

Лилиә НУРЕТДИНОВА
әҙерләне.



Вернуться назад