Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте22.10.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, Өфө ҡалаһындағы “Нурғәлиев” эстрада-фольклор төркөмөнөң художество етәксеһе Нурғәлиев Әнүәр Мәрүәр улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы”, Башҡорт дәүләт уни­верситетының социаль эш кафедраһы профессоры Аҡсурин Басир Ғәйфулла улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙан­ған фән эшмәкәре”, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры, криминалистика кафедраһы мөдире, профессор Макаренко Илона Анатольевнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы”, Башҡорт дәүләт аграр университетының “Тракторҙар һәм автомо­билдәр” кафедраһы мөдире, профессор Неговора Андрей Владимировичҡа — “Баш­ҡор- ­тостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре”, Йәрмәкәй райо­нының Йәрмәкәй ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Аҫылгә­рәев Нәсим Мансур улына, Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылындағы 115-се профессиональ училище уҡытыусыһы Закирова Әлфирә Фәрит ҡыҙына, Ғафури районындағы Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыу­сыһы Ишҡолова Таңсулпан Миңлебай ҡыҙы­на, Ишембай ҡалаһындағы 1-се гимназия уҡытыусыһы Ҡадирова Лариса Рәшит ҡыҙына, Әлшәй районының Раевка ауылын­дағы гимназия директоры Колеганов Сергей Николаевичҡа, Өфөләге урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы Кубанская Люциә Мөбәрәк ҡыҙына, VIII төрҙәге Илеш махсус (коррекция) дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты уҡытыусыһы Миңнуллин Рим Мөғәллим улына, Сибай ҡалаһындағы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Насирова Илүзә Баязит ҡыҙына, Дыуан районының Мәсәғүт ауылындағы гимназия уҡытыусыһы Середова Валентина Павловнаға, Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылындағы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Сынбулатова Рәйлә Һибәтулла ҡыҙына, Ҡариҙел районындағы 2-се Ҡариҙел урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы Шаһиева Светлана Геннадьевнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусы­һы”, Өфө ҡалаһының Киров районы хаки­миә­те башлығы урынбаҫары Баязитова Альбина Наил ҡыҙына, Яңауыл районындағы 101-се профессиональ лицей директоры Ҡәйүмов Рим Риф улына, Мишкә районын­дағы “Юлсы” балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялары йорто директоры Князев Вячеслав Айгушевичҡа, Башҡорт дәүләт уни­верси­те­тының философия һәм фән тарихы кафед­раһы профессоры Лоҡманова Раушания Хөсәйен ҡыҙына, Нефтекама күп профилле колледжы уҡытыусыһы Платонова Раиса Владиковнаға — “Башҡортостан Респуб­лика­һының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәт­кәре”, 2-се Республика клиник дауаханаһы поликлиникаһының кабинет мөдире, табип-уролог Ғаянов Радик Әмир улына, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаха­на­һының ҡабул итеү бүлеге мөдире, табип-хирург Ҡәйүмов Рауил Рушан улына — “Баш­ҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған врачы”, Илеш районындағы “Уют” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мастеры Биктимеров Сабирйән Тимерхан улына “Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙан­ған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙ­мәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад