Ҡырмыҫҡалы районының Ҡыйышҡы ауылы янында беҙҙең эраға тиклем 200 мең йыл элек йәшәгән боронғо мамонт ҡалдыҡтары табылды.
Ҡом карьерында эш алып барғанда мамонттың һөйәктәре һәм һуҡҡы тештәре килеп сыға. Карьер эшселәре был хаҡта Археология һәм этнография музейына хәбәр итә. Музей хеҙмәткәрҙәре кисекмәҫтән урынға юллана. “Спутник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (директоры — Илдар Мөхәррәмов) табышты музейға тапшыра.
— Был — үҙенсәлекле ваҡиға. Мамонттың бик күп ҡалдыҡтары — артҡы бот һөйәге, умыртҡалығы, уртаға һынған һуҡҡы теше — табылған. Күренеүенсә, бында бер нисә мамонт булған, һөйәктәр 200 метрлыҡ майҙанға таралған. Хәҙер Археология һәм этнография музейындағы Хазар мамонтының “кесе туғаны” ла булды, — ти Раил Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының кесе ғилми хеҙмәткәре Эльвир Камалиев.