Йыйып ҡына өлгөр!22.10.2014
Республи­кабыҙҙа шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу тамамланыуға яҡынлаша. Башҡортос­тандың Ауыл хужалығы министрлығы белдереүенсә, бөгөнгө көнгә 38,2 мең гектарҙан “татлы тамыр” алынған. Был дөйөм пландың дүрттән өс өлөшөн тәшкил итә. Шуныһы һөйөнөслө: шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы бер миллион тоннанан ашып киткән.


Әйткәндәй, был культураны йыйыу эшен республика­быҙҙа беренсе булып Йәрмәкәй районы тамамланы. Унда 662 гектарҙан 14,5 мең тонна “татлы тамыр” алыуға өлгәштеләр.
Уңыш йыйыу эшендә шулай уҡ Благовар, Әлшәй, Бүздәк, Шишмә райондары ла һынатманы. Шәкәр сөгөлдөрөнөң төшөмө республикала гектарынан уртаса 250 центнер тәшкил итә. Әммә был күрһәткесте арттырып үтәгән төбәктәр ҙә бар. Мәҫәлән, Көйөргәҙелә – өс тапҡырға, ә Ишембайҙа икеләтә күберәк йыйылған. Ғафури районы ла ҡалышмай. Бында гектар ҡеүәте – 300 центнерҙан ашыу.



Вернуться назад