Өйөң йылымы? Түлә!22.10.2014
2015 йылда Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡта тарифтар үҫешен 14,3 процент кимәлендә билдәләү күҙаллана.


“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән “түңәрәк өҫтәл”дә Тарифтар буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы Светлана Бурдюк ошо хаҡта хәбәр итте.
– Әле Дәүләт комитеты киләһе йылға тарифтарҙы билдәләү буйынса эш алып бара. Проектта тариф үҫешенең иң сикке күрһәткестәре асыҡлана. Мәҫәлән, йылылыҡ энергияһына иң юғары индекс — 9,6, һыу тәьминәтенә һәм һыу бүлеүгә — 14,4, газ менән электр энергияһына 7,5 процент тәшкил итәсәк. Тариф, планға ярашлы, киләһе йылдың 1 июленән артасаҡ, — тине ул.
Фекер алышыу барышында Светлана Бурдюк быйыл июлдә һәм сентябрҙә тарифтарҙың ҡырҡа артыуының сәбәбен аңлатты. Уның әйтеүенсә, сығанаҡтар менән тәьмин иткән бер нисә ойошма, Дәүләт комитеты 2014 йылға билдәләгән тарифтар менән ризалашмайынса, Тарифтар буйынса федераль хеҙмәткә мөрәжәғәт иткән. Үҙәк, ғаризаны ҡарағандан һуң, республика ведомствоһына “Өфөводоканал”, “БашРТС”, “Өфөнөң инженер селтәрҙәре” предприятиеларына, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Салауаттың һыу каналдарына ҡарата июнь айынан тарифтарҙы ҡайтанан ҡарау тураһында күрһәтмә сығарған. Әммә торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә түләү хаҡын кәметеү өсөн тарифтарҙы ҡулланыу сентябргә тиклем кисектерелә.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашҡан яуаплы етәкселәр әйтеүенсә, ғәмәлдәге тарифтар иҫкергән селтәрҙәрҙе капиталь төҙөкләндереү, уларҙың сифатлы эшен тәьмин итергә мөмкинлек бирмәй. Шулай уҡ хеҙмәт күрһәткән өсөн түләмәү, уларҙы рөхсәтһеҙ ҡулланыу, ҡайһы бер идарасы компанияларҙың намыҫһыҙ эш итеүе мәсьәләләре лә күтәрелде.



Вернуться назад