Мостай усағы янында22.10.2014
Мостай усағы янында
Башҡортостандың бөйөк улы, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан республикабыҙҙың төрлө тарафында хәтер кисәләре бара.


Күптән түгел шағирҙың Өфөләге һәйкәле янында “Үҙ утыма саҡырам һеҙҙе!” (“К своему огню зову я вас!”) тигән төбәк-ара әҙәби фестивалде асыу тантанаһы үтте. Байрамда мәртә­бәле ҡунаҡтар – Әлфиә Мостай ҡыҙы, Ленин районы хакимиәте башлығы Альбина Йосопова, Башҡортостан Яҙыу­сы­лар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, Башҡор­т­остандың Милли әҙәби музейы директоры Гөлдәр Моратова, Башҡор­тостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, күренекле шағирҙар Хәсән Назар, Ирек Кинйә­була­тов, Мөхәммәт Закиров һәм башҡалар ҡатнашты.
Көҙгө һалҡынса күк болотлап тороуға ҡара­маҫ­тан, Мостай Кәрим һәйкәле янындағы рухи усаҡтан яҡты йылылыҡ бөркөлөп торҙо. Сарала ҡатнашҡан студенттар, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары шағирҙар­ҙың әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалына арнап яҙған шиғырҙарын, иҫтәлектәрен тыңлап күңелдәренә ялҡын алды. Әҙиптең әҫәрҙәре башҡорт, урыҫ, татар, инглиз, немец, төрөк, ҡаҙаҡ телендә яңғыраны.
Тантаналы сараны шағирҙар Фәрзәнә Ғөбәйҙул­лина менән Марсель Сәлимов алып барҙы.


Вернуться назад