Өфөлә “Йәшел энергетика” тигән XIV Рәсәй форумы башланды. Быны энергетика өлкәһендәге иң мөһим ваҡиғаға тиңләйҙәр. Унда илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән бихисап ҡунаҡтар саҡырылған. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. “ВДНХ-Экспо” комплексының фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошто- ролған. “Contalia” (Мәскәү ҡалаһы), “Прибор” (Санкт-Петербург), “Холдинг Беломо” (Минск), “Каскад” (Чебоксар), “Энергетик” (Воткинск ҡалаһы, Удмурт Республикаһы), “АРСО” (Өфө), “Электроаппарат” (Дәүләкән), шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының стенды янында халыҡ бигерәк тә күп ине.
Күргәҙмә менән танышҡандан һуң, барыһы ла пленар ултырышҡа йыйылды. Һөйләшеүҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов алып барҙы.
Рөстәм Зәки улы һүҙ алып, сираттағы форумдың республикабыҙҙа үтеүенең осраҡлы түгеллеген билдәләне. Сөнки беҙҙә тулайым төбәк продукты йылдам үҫешә, Башҡортостан Рәсәй кимәлендә был йәһәттән алдынғы субъект һанала.
– Энергетика форумы тармаҡты үҫтереү буйынса эшлекле һәм нәтижәле ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн мөһим майҙансыҡ ролен үтәй, – тине республика башлығы. – Энергияны һаҡсыл, файҙалы тотоноу йәшәйешебеҙҙә көнүҙәк урынды биләй. Ябай халыҡ йылылыҡ һәм электр энергияһын ҡулланғаны өсөн мөмкин тиклем әҙ түләһен. Беҙ шуны теләйбеҙ.
Рөстәм Хәмитов, донъялағы ҡайһы бер көтөлмәгән үҙгәрештәргә туҡталып, үҙенең фекерен белдерҙе, шулай уҡ ил иҡтисадындағы яңылыҡтар менән таныштырҙы, Рәсәйгә ҡарата индерелгән иҡтисади санкциялар хаҡында ла әйтте.
Президенттың һүҙҙәренә ҡарағанда, бизнесҡа һәр саҡ власть менән йәнәш тороу зарур, үҙ-ара эшмәкәрлек ышанысҡа ҡоролорға тейеш, улар бер-береһенә ярҙам иткәндә генә алға китеш күҙәтеләсәк. Ул республикабыҙҙа ышаныслы эре энергетика системаһының булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шул уҡ ваҡытта өр-яңы һулыштың кәрәклеген дә иғтибар үҙәгенә ҡуйҙы.
– Әле беҙҙә пар һәм газ ҡоролмаһы үҙәге яңыртыла, әммә был ғына аҙ, энергия сығанағы объекттарын төҙөү тураһында күберәк уйланырға тейешбеҙ, – тине ул.
Президент ҡояш, ел тарафынан алынған электр энергияһы хаҡында ла һөйләп, альтернатив энергетикаға ла туҡталды.
Сара 24 октябрҙә тамамлана.