Һеҙҙе нисек хеҙмәтләндерәләр?22.10.2014
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында социаль хеҙмәтләндереү тураһындағы яңы законға аңлатма биреү буйынса “ҡыҙыу элемтә” ойошторолдо.

“Рәсәй Федерацияһы граждандарын социаль хеҙмәт­ләндереү нигеҙҙәре тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырғанда тыуған мәсьәләләр, шул иҫәптән социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланғандарҙың хоҡуҡтарына һәм бурыстарына ҡағылышлы һорауҙар менән 8 (347) 218-06-83 телефоны аша министрлыҡтың методология һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙе үҫтереү бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. “Ҡыҙыу элемтә” эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй, тәнәфес – көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем. Һорауҙарҙы [email protected] электрон почтаһына лә ебәрергә була.




Вернуться назад