Сәйәсәт мәктәбе көтә22.10.2014
Рәсәй сәйәсәт мәктәбенең Башҡортостандағы дирекцияһы тыңлаусылар йыйыу хаҡында иғлан итте. Алтынсы сараның темаһы — “Туризм, ҡунаҡсыллыҡ һәм хеҙмәт күрһәтеү”. Ул ШОС һәм БРИКС саммиттарына арнала.


Проект дәүләт тормошонда туранан-тура ҡатнашҡан юғары белемле әүҙем йәштәргә иҫәпләнә. Уҡыу 31 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 39.
Бында шулай уҡ практик дәрестәр ҙә ҡарала. Дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, республиканың төп предприятиеларында ике ай стажировка ойошторола. Уҡыу программаһына билдәле сәйәсмәндәрҙең, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге бел­гестәрҙең көндәлек лекциялары, тренингтары, семинарҙары индерелгән.
Рәсәй сәйәсәт мәктәбендә белем алыу өсөн шрп-рб.рф сайтындағы анкетаны тултырырға, шулай уҡ авторлыҡ проектын тәҡдим итергә кәрәк. Проект резюмеһын ро[email protected] адресы буйынса ебәрегеҙ. Ғари­залар 27 октябргә тиклем ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 275-95-10.


Вернуться назад