Ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын22.10.2014
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 30 октябрҙә уҙасаҡ. Был турала Президиум кәңәшмәһендә хәл ителде. Шул уҡ көндә депутаттар пленар йыйылыштың көн тәртибен дә раҫланы — һәммәһе 60-тан ашыу мәсьәлә ҡараласаҡ. Ултырыш “Башҡортостан Республикаһында юл-транспорт комплексын үҫтереү тураһында” “хөкүмәт сәғәте” менән асыласаҡ. Ун закон проекты һуңғы уҡыуға тәҡдим ителде.

Сираттағы пленар ултырыш башлыса бюджет, һалым, финанс һәм мөлкәт ҡанундарына ҡағыласаҡ. “Ойошмалар мөлкәтенә һалым тураһында”ғы Законға, мәҫәлән, үҙгәрештәр индереү проекты яҙғы сессияла уҡ ҡарала башлағайны. Әлегә депутаттар дөйөм майҙаны 1000 квадрат метрҙан артҡан сауҙа үҙәктәренә, сит ил ойошма­ларының күсемһеҙ милек объекттарына һалым күләмен 2015 йылға — 1,5 процент, 2016 һәм унан алдағы йылдарға 2 процент кимәлендә билдәләргә тәҡдим итә.
“2015 йылға һәм 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы закон проектына ла төҙәтмәләр индереләсәк. Был иһә федераль бюджеттан өҫтәмә керем алыуға һәм Юл фондының сығым күләме ҡыҫҡарыуына бәйле.
“Башҡортостан Республикаһында ҡулланыуcылар кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү һәм раҫлау тәртибе тураһында”ғы закон проекты иһә пенсионерҙың сәләмәтлеген һаҡлау һәм уның тормошон аҙыҡ-түлектең минималь йыйылмаһы менән тәьмин итеү өсөн йәшәү минимумын 2015 йылға 6513 һум кимәлендә билдәләүҙе күҙ уңында тота.
Пленар ултырышта шулай уҡ “Мәҙәниәт тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиә тура­һын­да” ҡанундар ҙа камиллаштырыласаҡ. “Этил спирты һәм алкоголь продукцияһы әйләнешен көйләү тураһында”ғы закон проекты ла сираттағы уҡыуға сығарыласаҡ. Алкоголле эсемлектәрҙе йәмәғәт сараһы барған урында һатыуҙы тыйыу мәсьәләһе әле булһа тейешле кимәлдә ойошторолмай. Депутаттар талапты ҡатыландырыу яғында.




Вернуться назад