Былар ҡыҙыҡлы21.10.2014
lЕр йөҙөндә иң боронғо китап булып Присс папирусы иҫәпләнә. Ул беҙҙең эраға тиклемге 3350 йылда яҙылған. Мысырҙың Фивы пира­мида­һында табылған ҡомартҡы әле Париждың милли китапханаһында һаҡлана.
lРәсәйҙә китап баҫыу эшен 1564 йылда Иван Федоров менән Петр Мстиславец башлап ебәргән.
lДонъяла иң ҡиммәтле һәм иң ауыр китап – “Изге Иоанн хәҡиҡәте”. Ул Швейцария аҡсаһы менән ике мең франк (86 мең һум самаһы) иҫәпләнә. Ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән бронза тышлығы ғына 120 килограмм тарта. 150 битлек был китап 300 һарыҡ тиреһенән яһалған иң яҡшы пергаменттан эшләнгән.
lДонъяла иң ҙур китапхана – Рәсәй дәүләт китапханаһы. Уның фондында 22 миллион баҫма бар. Уларҙы теҙеп ҡуйыу өсөн ун километр оҙонлоҡтағы кәштә кәрәк булыр ине.
lДонъялағы иң бәләкәй китапхана – Һиндостандың Амритсар ҡалаһында. Ҡиммәтле мәрмәрҙән һалынған, баҡыр һәм алтын менән биҙәлгән был китапханала ни бары бер китап һаҡлана.
lТарихта китап өсөн иң ҙур гонорарҙы Рим императоры Марк Аврелий түләгән – шағир Оппианға һунарсылыҡ һәм ба­лыҡсылыҡ хаҡында яҙған поэмаларының һәр һөйләме өсөн бер алтын тәңкә биргән. Ә уның ике поэмаһы 20 мең һөйләмдән торған.
lИң оҙон атамалы китап 1633 йылда Лондонда донъя күргән. Был баҫманың исеме 45 һөйләмдән тора!
lӘҙәбиәт белгестәре иҫәпләүенсә, Шекспирҙың китаптарында “мөхәббәт” һүҙе 2259 тапҡыр осрай, ә инде “нәфрәт” һүҙе 229 тапҡыр телгә алына.
lСтивен Блумберг донъяла иң билдәле китап буры тип иҫәпләнә. Ул һирәк осрай торған 23 меңдән ашыу баҫманы урлаған. Үҙ ғүмерендә төрлө ысулдар менән 268 китапханаға инеп, 20 миллион долларлыҡ китаптар кол­лекцияһы булдырған.
l“Гугл” эҙләү системаһы Ер йөҙөндә күпме нәфис, публицистик, ғилми китап барлығын иҫәпләп сығарған. Баҡтиһәң, уларҙың һаны 129 миллион 864 мең 880 икән.


Вернуться назад