Ҡыштың тәүге имтиханы21.10.2014
Электр сымдарын епшек ҡар йәбешеп өҙөү һөҙөмтәһендә райондың 23 ауылы утһыҙ ултырҙы. 18 октябрҙән 19-ына ҡарай төндә яуған ҡарлы ямғыр, көслө ел ағастарҙы ауҙарҙы. Уҙған тәүлектә яуым-төшөм октябрҙәге уртаса айлыҡ норманы тәшкил итте.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, районда хәлде яйға һалыуға 136 кеше һәм 29 берәмек техника йәлеп ителде. Учалы метеостанцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, алдағы көндәрҙә лә ҡар һәм ямғыр яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, электр сымдарына, ағастарға епшек ҡар йәбешеүе көтөлә. Яуым-төшөм 24 октябрҙән кәмейәсәк.



Вернуться назад