Юғары баһа алдылар21.10.2014
Баш ҡала Советында Өфөнө үҫтереүгә тос өлөш индергән граждандар бүләкләнде.


Совет рәйесе Евгений Семивеличенко 33 кешегә награда тапшырҙы. Уларҙың 12-һе — Почет грамотаһына һәм “Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн” билдәһенә, ҡалғандары Советтың Почет грамотаһына лайыҡ булды. Бүләк­ләнеүселәр араһында төрлө һөнәр вәкилдәре бар.
Был көндө Бөйөк Ватан һуғышының бер нисә ветеранына ла абруйлы награда тапшырылды. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә байтаҡ ине. Дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡытыусыларының ғына түгел, шулай уҡ өҫтәмә белем биреүселәрҙең, спорт тренерҙарының, түңәрәктәр, секциялар етәкселәренең хеҙмәте юғары баһаланды.


Вернуться назад