Йәштәребеҙ өсөн нимә ҡиммәт?31.01.2012
Күптән түгел республика Мәғариф министрлығы заказы буйынса, Башҡортостан Фәндәр академияһының социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр институты төбәгебеҙҙәге йәштәрҙең рухи-әхлаҡи, патриотик, физик тәрбиә һәм мәҙәни сараларҙы, ялды ойоштороу мәсьәләләре буйынса социологик тикшеренеү үткәргәйне. Сарала һөнәри белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм студенттары ҡатнашты.
Дөйөм алғанда, тикшеренеү һөҙөмтәһе йәштәрҙең ыңғай йүнәлештә икәнлеген күрһәткән. Һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 61 проценты — киләсәгенә ышаныс менән ҡарай (ышанмаусылар — 18,5, яуап бирә алмаусылар — 21,5 процент).
Ғаилә ныҡлығын һәм балалар сәләмәтлеген (87 процент), шәхси тормоштарынан уңыуҙы (69 процент), эш буйынса үҫеште (64 процент) һәм матди яҡтан уңышҡа өлгәшеүҙе (45 процент) йәшәйештәрендә төп өҫтөнлөк итеп ҡуйған.
Йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, йәштәрҙең өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттән бик ҡәнәғәт булыуы асыҡланған. Мәҫәлән, күптәр дуҫтары (75 проценты), ата-әсәләре (82 проценты) менән үҙ-ара аңлашып йәшәүен белдергән. Ғаиләлә өлкәндәр менән етди низағ булмауын яуап биреүселәрҙең 87 процентының “яҡшы, ышаныслы” тип билдәләүе лә ошоға бер дәлил.
Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙең йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу теләге, һәләттәрен асыуы өҫтөнлөк менән файҙаланмай.
Министр фекеренсә, шәхси тормош даирәһе менән генә сикләнеү, матди ҡаҙанышҡа өлгәшеүҙе, йәшәйештәрендә тотороҡлолоҡто һаҡлауҙы һәм үҙаллылыҡҡа ынтылыуҙы маҡсат итеп ҡуйыу – үҙаңды үҫтереү һәм йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә төп ҡаршылыҡтарҙың береһе.
Хәҙерге йәштәр патриотизмды барыһынан да элек закондарҙы үтәү, һанға һуғыу тип аңлай. Быны һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 51,2 проценты раҫлаған. Йәш быуын илһөйәрлекте йәмәғәт тормошондағы киҫкен проблемалар менән ҡыҙыҡһыныуҙа (35,2 проценты), һайлауҙарҙа (32 процент) һәм йәмәғәт ойошмаларының эшендә әүҙем ҡатнашыуҙа (30,6 проценты) күрә. Ә бына ошо юғары төшөнсәне армияла хеҙмәт итеү бурысын үтәү (27,5 проценты) һәм һалым түләүҙән тайпылмау (17,7 проценты) тип ҡараусылар аҙыраҡ.
Тыуған яҡҡа һөйөү тураһында һөйләгәндә шуны әйтергә мөмкин: йәштәрҙең үҙ республикаһын иҡтисади яҡтан үҫешкән, үҙенсәлекле тәбиғәтен күркәм, һоҡланғыс итеп күргеһе килә.
“Башҡортостанда тәү сиратта нимә менән ғорурланыр инең?” тигән һорауға 80 процент самаһы беренсе урынға тәбиғәтте ҡуйған. Икенсе урында республиканың бай тарихын күрһәткән яуаптар (38,8 процент) урын алған. Артабан бер үк кимәлдә Башҡортостандың “нефть сәнәғәте” (31,3 процент), “бал һәм ҡымыҙ” (30,6 процент) һәм “йолаларҙы һаҡлау” (30 процент) кеүек символдар килә. Был үҙенсәлекле рейтингта “халыҡ музыкаһы һәм сәнғәте” (12,6 процент) һәм “хәҙерге әҙәбиәт һәм сәнғәт” (3,8 процент) бик аҙ “тауыш” йыйған.
Һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 12,9 проценты башҡа илдә йәшәргә теләүен, әммә уй-ниәтен тормошҡа ашыра алмауын белдергән.
Министр уларҙың төплө белемле һәм абруйлы һөнәргә эйә булған йәштәрҙең бер өлөшө булыуын билдәләй. Респонденттарҙың 17 проценты ошо мәсьәләлә аныҡ ҡына яуап ҡайтара алмаған.
Физик тәрбиә өлкәһендә тикшеренеү йәштәрҙең байтаҡ өлөшөнөң сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк биреүен күрһәткән. Күпселек студенттарҙың (88 процент) фекеренсә, һәр кем һаулығын үҙе хәстәрләүе мотлаҡ.
Уҡыусыларҙың һаулыҡҡа мөнәсәбәтен белеү менән бергә кешелектән сығыуға килтергән насар ғәҙәттәргә (наркомания, эскелек) ҡараштары ла тикшерелгән. 41 процент йәштәрҙең фекеренсә, эргә-тирәһендәгеләрҙең “бөтәһе лә тиерлек” йәки “күпселеге” тәмәке тарта, 42 проценты иҫерткес эсемлек эсә. 2 проценты үҙенең яҡындары араһында наркотик таралыуын әйткән.
Һорау алыуҙа ҡатнашыусылар байтаҡ ваҡытын дуҫтары менән һәм Интернетта (70 процент) үткәрә.
Башҡортостан йәштәренең 53 проценты ғына килеменән, ә 54 проценты эшенән ҡәнәғәт икән.
М. ҒАБДРАХМАНОВА әҙерләне.


Вернуться назад