Баш ҡаланың Республика рус драма театры алдындағы майҙанда Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Алексей Клугка өр-яңы 44 автобустың асҡыстарын тапшырҙы.
Автобустарҙың 34-е — Өфө, ә 10-ы Нефтекама ҡалаһы халҡын ташыясаҡ. Транспорт сараларының барыһы ла тәпәш иҙәнле, кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған. Автопарктағы автобустарҙың яртыһы тиерлек инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған. Яңы транспорт Өфөлә 51-се һәм 69-сы маршруттар буйынса йөрөйәсәк.
Баш ҡалала әле коляскалы инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған автобустар күренә башланы. Водитель туҡталышта инвалидты күрә икән, бордюрға яҡын туҡтарға һәм пандусты төшөрөргә тейеш. Мөмкинлеге сикләнгән кеше ошо рәүешле автобусҡа инеп урынлаша. Һәр транспорт сараһында коляскалылар өсөн икешәр урын булдырылған.