Заман талабы21.10.2014
Энергетика өлкәһендә йылдың иң мөһим ваҡиғаһы — ХIV Рәсәй энергетика форумы — башланды. Быйыл халыҡ-ара кимәлгә күтәрелеп, ул Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында Рәсәй рәйеслегенең планына индерелгән.
Сараны төп ойоштороусы булып республикабыҙ Хөкүмәте менән Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы сығыш яһай. Ул Рәсәй Федерацияһының Энергетика, республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлыҡтары һәм Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамы менән үтә. Генераль бағыусыһы — “Башҡортостан электр селтәрҙәре” компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Форумдың маҡсаты — энергияны һаҡлау һәм уның һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән бөгөн мөһим булған “Йәшел энергетика” йүнәлешендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Йыйын программаһына ярашлы уҙған саралар ҡатнашыусыларға тәжрибә уртаҡлашыуҙа, алдынғы проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа, бәйләнеште нығытыуҙа ҙур ярҙам буласаҡ.
Программаға шулай уҡ халыҡ-ара конференциялар инә. “Энергияны һаҡлауҙа предприятиеларҙың мөһим проблемалары”, “Яңыртылған энергия сығанаҡтары: ҡояш, ел һәм һыу” тигәндәре һәр ҡайһыһында ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ.
Барлығы ун биш тема буйынса төрлө сара үтеп, мөһим мәсьәләләр күтәреләсәк. Рәсәйҙең 25 төбәгенән, башҡа илдәрҙән 150-нән ашыу предприятие яңы техника өлгөләрен күрһәтә.
Форумдың тағы бер мөһим яғы — дәүләт һәм бизнес вәкилдәре араһында эшлекле һөйләшеү. Һуңынан резолюция ҡабул ителеп, энергетика өлкәһендә көнүҙәк булған мәсьәләләрҙе атҡарып сығыу юлдары билдәләнәсәк.