Хаҡтар ни хаҡ?21.10.2014
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостандағы территориаль органы сентябрҙә ҡулланыу хаҡтарына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы.


Аналитиктар билдәләүенсә, ҡайһы бер йәшелсәгә хаҡ түбәнәйгән. Мәҫәлән, сентябрҙә республикала картуф — 27,7, кәбеҫтә, һуған, сөгөлдөр, кишер 13,2—21 процентҡа арзанайған. Шул уҡ ваҡытта йомортҡа, ҡош ите 2,4—7, балыҡтың ҡайһы бер төрҙәре, субпродукттар, ит ярымфабрикаттары 1,6—3,6 процентҡа ҡиммәтләнгән. Эксперттар хаҡтың былтырғынан ҡырҡа артыуын һәм түбәнәйеүен билдәләй.
Мониторингка ярашлы, был йәһәттән республикабыҙҙа хәл насар түгел. Волга буйы федераль округында иң ҡиммәт аҙыҡ-түлек — Һамар өлкәһендә, иң арзаны Удмурт Республикаһында һатыла. Башҡортостан ризыҡтарҙың арзанлығы буйынса бишенсе урынды биләй.
Сентябрҙә республикала аҙыҡ-түлектең минималь йыйымы 2740 һум 22 тин тәшкил иткән. Йыл башы менән сағыштырғанда, уның хаҡы 4,5 процентҡа ҡиммәтләнгән. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә инфляция — 6,2 процент, аҙыҡ-түлеккә хаҡ 8,1 процентҡа артҡан.



Вернуться назад