“Mин янырмын һуңғы йәшен Һүнгәнгә ҡәҙәр!”21.10.2014
“Mин янырмын  һуңғы йәшен Һүнгәнгә ҡәҙәр!” Ғүмер дуҫтар икән

— Кешеләр араһындағы аралашыуҙы халыҡ әллә нисәмә һүҙ менән исемләй: таныш, белеш, знакум, иптәш, дуҫ... Дауам итәйемме? “Ил хазинаһы — иҫке һүҙ, уның сырағы — иҫке дуҫ” тигән әйтем дә йөрөй. Тапалғаныраҡ тема булһа ла, дуҫлыҡ тураһындағы фекерҙе яңыртып алайыҡ әле.

– Дуҫлыҡ – өлә­шеп таратыр күстәнәс тә, кибеттән һатып алыр та­уар ҙа түгел. Ул һи­нең йө­рәгеңдә йә бар, йә юҡ. Бар ғәмгә: “Һеҙ барығыҙ ҙа минең дуҫ­тарым!” – тип яр һа­лыу ҙа ғәҙеллеккә хи­лаф эш. Донъя хәс­тәр­ҙәрен күңе­леңә яҡын йө­рөт­кән хәлдә лә, һәр кем менән яҡы­на­йыу мөм­кин­ме һуң! Әҙәм бала­һы­ның малы ваҡыт үтә килә кә­меүе ихтимал, әммә кү­ңел байлығы башҡалар менән бү­леш­кән һайын арта һәм матурлана ғына бара. Минең төрлө та­раф­тар­ҙа, хатта бик алыҫ­тар­ҙа күңелем тартҡан ке­ше­ләрем бар. Элекке замандарҙа кеш­ләрҙе, улар батша йәки ҡол булыуына ҡарамаҫ­тан, меңдәрсә саҡрым араны үтергә нужа йәки бәлә мәжбүр иткән. Һуғыш йылдарында, һалдат биш­тәренә дуҫлыҡ төр­гәген һалып, алыҫ юл­дарҙан беҙ ҙә йөрө­нөк. Ләкин һәр ваҡыт мине бүтәндәр янына дуҫлыҡ һәм ихтирам ғына йөрөттө. Бер-беребеҙ ара­һындағы мөнәсәбәт һаҡ­лан­һын ине.
– Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айтматов, Михаил Дудин, Ҡайсын Кулиев, Давид Ку­гуль­тинов... Ошо исемдәрҙе һеҙҙең менән айы­рыл­ғыһыҙ итеп күреп, улар­ҙы леген­да­ға ла әй­лән­дерҙек шикелле. Хәйер, леген­да­ларҙың башҡорт әҙәбиәтенә яҡын мө­­нә­сә­бәттә булыуы – беҙҙең өсөн бәхет. Һеҙҙе ошондай оло дуҫлыҡты сайпылтмай йөрөтөү ауырһын­дырмаймы?
– Ғәжәп һорауҙар би­реп ҡуяһың инде һин ҡай­саҡ. Һәйбәт кеше менән дуҫ булыу күңелгә ҡанат ҡуя лабаһа. Әҙәм балаһының йөрәге ҙур булырға тейеш, сөнки йәндуҫтар күп булмай ул, тиһәләр ҙә, йөрәктә рухыңа яҡын һәр кем урын таба алһын.
– Шулай ҙа Михаил Александрович Дудин Һеҙҙең тормошта айырымыраҡ урын биләй, ахыры?
– Һорауыңмы, әллә раҫлауыңмы был?
– Нисек аңлайһығыҙ инде...
– Бер мәл Югославияла, Сараево ҡала­һында, билдәле шағир Изет Сарайлич менән таныштырғайнылар. “Ә мин һине беләм, – ти был, – немец снаряды ярсығы тишеп үткән комсомол билеты тураһында ла хәбәрҙармын. Һинең хаҡта күп йылдар элек Миша Дудин һөйләгәйне”.
...Михаил Дудин, әйткәндәй, кешене күккә күтәреп маҡтамай, уның ихтирамы һинең асы­лыңа инә. Үҙең дә һиҙмәҫтән. Данлыҡлы дуҫ­тары бихисап булһа ла, Дудин ул хаҡта һөйләп маһайманы, “яратам шул кешене” тип әйткәне булманы. Әгәр Миша кемдер тура­һында һөй­ләй икән, тимәк, уны яратҡан. Йәне тартмаған әҙәм хаҡында һүҙ сарыф иткәнен хәтерләмәйем.
Йәшлектә артҡа ҡайырылып ҡарау кәрәк­мәй, ә ир ҡорона тулғас, инде ваҡыт та тап­майһың. Ләкин бер мәл еткәс, хәтер һинең йәшәүеңде йә раҫлай, йә инҡар итә. Уйлауымса, ни дәрәжәлә генә булһа ла эшем генә минең йәшәүемде раҫлай алмаҫ ине. Ярай әле һуҡмағым янымда булыуҙары яҙмышҡа торошло кешеләрҙең юлдары менән ҡушылған. Дудин минең ҡанат нығытып өлгөрмәгән шиғырҙарымды ҡурсалағандай барҙы.
Ғүмер, ысынлап та, иҫкән ел икән, ләкин, елбәҙәк елдән айырмалы рәүештә, эҙ һалмай үтмәй. Йылдар береһенең өҫтөнә икенсеһе ҡатлауланған һайын шағир донъяға теклә­бе­рәк, борсолобораҡ, уйсаныраҡ ҡарай башла­ны. Тормошҡа ышаныу ғына етмәй, ул ыша­нысты яҡларға ла кәрәк тигән хәҡиҡәт уны биләй барҙы. Михаил Дудиндың тормошонда, ижадында һәм әхлаҡи инаныуҙарында төп нәмә, минеңсә, шулар ине: яманлыҡҡа ҡары­шып түгел, бәлки, яҡшылыҡ хаҡына йәшәргә, ижад итергә, ғәмәлдәр башҡарырға кәрәк. Дуҫлыҡ та уның өсөн ғәмәл, игелек булдырыу ине.
– Дуҫлыҡтың еҫе, төҫө буламы икән?
– Кем менәндер: “Туҡта, ошо кеше менән дуҫлашайым әле”, – тип дуҫ булыу мөмкин түгел. Көсөргәнеп башҡарған эштән рәт сыҡ­май. Талант ҡағылған хеҙмәттә көсөргәнеү эҙе ҡалмай. Әлеге Миша Дудинға әйләнеп ҡайт­ҡанда, ул шағирҙы уның төйәге аша, ә шул ер­ҙе шағир аша аңларға тырыша торғайны. Ду­дин өсөн атайсалһыҙ шағир, ер еҫе аң­ҡы­маған шиғыр булманы. Уның Башҡорт­останда, минең Келәштә, изге шишмәлә оҙаҡ-оҙаҡ йә­шәп китеүҙәре тураһында күптәр белә. Михаил, Симон Чикованины һәм уның шиғриәтен үҙ итеп, Грузияға ла барып йөрөгән. Мирдза Кем­пе уны Балтик диңгеҙенең ҡомло ярҙарына саҡырған. Дудин Николас Гильенды эҙләп Кубаға барып еткән, Рәсүл Ғамзатов менән ул болоттарҙан да өҫтәрәк ятҡан Гунибта булған, Ҡайсын Кулиевты яратып, Чегем шарлауығын үҙ иткән. Тормош һәм һүҙ Михаил Дудин өсөн берҙәй үк төшөнсәләр ине.
Ҡайсын барыбыҙҙан да алдараҡ китте. Беҙгә унан тауҙары һәм тауҙай ҡайғы ҡалды. Ҡайсынға эйәреп, мәңгелек иленә Михаил да күсте. Дуҫым менән бергә минән ваҡыт үҙе лә китте һымаҡ. Бары йөрәкте ярып килгән иңрәү генә ҡалды.
Ғүмер, һин
туҡтамаҫ яу икән

– Бер мәл дауаханала фронтовик ағайҙар Әнүәр Бикчәнтәев, Шәриф Бикҡол менән бергә тура килгәйнем. Табиптар: “Элекке йәрәхәттәре асылған”, – тип шы­быр­лағай­ны. Ә ағайҙар ауыҙынан һыҙла­ныу-фәлән тураһында ләм-мим. Мостафа ағай, Һеҙҙең хәлдәр нисек?
– Һин һуғыш яралары тураһындалыр инде. Һиҙгәнһеңдер, фронтовиктар затында йәрәхәт­тәрен бүтәндәрҙең күҙенә төртөп зарланып йө­рөгәндәр бик һирәк. Булһа әле. Күп мил­ләтле халыҡтың улы, шундай уҡ дәүләттең граж­даны булыуың тураһында уйланһаң, йө­рәктә ғорур­лыҡтан да юғарыраҡ тойғо ярала. Фашизмды дөмөктөрөп кенә ҡалманыҡ, беҙҙең быуын кешелекте рухи бөлгөнлөктән һәм әх­лаҡи тарҡа­лыуҙан йолой алды. Ошо күҙлек­тән сығып ҡа­рағанда, халҡыбыҙ башҡарған эштәр кисә лә ҡымшанмаҫлыҡ ине, бөгөн дә шулай, иртәгә лә шул рәүешле ҡаласаҡ. Ҡырҡ биштең майында, Еңеүсенең арыған, йонсоған, әммә мәғрур йө­ҙө­нә бағып, кешелек артабан уның тыныслығы, өмөттәре кемгә һәм нимәгә тая­на­сағын аңла­ғайны. Был хәтер тоноҡлана алмай һәм тейеш тә түгел. Уҙған хаҡында хәтерҙе юғалт­һаҡ, киләсәгебеҙҙән дә мәхрүм ҡалыуыбыҙ бар.
Мин – яуҙарға һәм Еңеүҙең үҙенә ҡағылышы булған миллиондарҙың береһе генә. Бында минең айырым хеҙмәтем юҡтыр ҙа, сөнки ва­ҡытты беҙ һайламаныҡ, ә ваҡыт үҙе беҙҙе бар итте. Шулай ҙа әйтәйем: хәтәр мәлдә нығынып та өлгөрмәгән иңдәребеҙгә Ватан ҡулдан килер­лек һәм көс етмәҫлек йөк һалғас, беҙ ғорурлыҡ һәм гражданлыҡ бәхетен тойҙоҡ. Ул һәр бере­беҙҙе алыштарға, һынауҙарға, батыр­лыҡтарға ярарлыҡ итеп таныны. Беҙҙең һөйө­үебеҙ, нәфрәтебеҙ һәм еңеүгә ышаны­сыбыҙ яраҡлы булып сыҡты.
Хәтер үткәндең буяуҙарын ҡуйырта ла, шы­йыҡландыра ла ала. Ҡайсаҡ ул мут та була. Шу­ға күрә дөйөм халыҡ ҡаһарманлығы тура­һында ысын сәнғәт мутлашыуға ымһынырға те­йеш түгел. Һуғыш хаҡында һәр хәҡиҡәтте лә ҡа­бул итеп булмай, сөнки хәҡиҡәттең дә тир һәм ҡан менән йыуылғаны ғына ышандыра ала.
Көнбайышҡа беҙҙе бөйөк талпыныу һәм бө­йөк үс әйҙәне. Ҡала һәм ауылдарыбыҙ харабалары аша үткән саҡта беҙ үртәлгән йорт­та­рыбыҙ һәм харап булған сабыйҙарыбыҙ өсөн дошмандан үс алырға ант иттек. Ләкин, ваҡыты килгәс, ҡон ала алманыҡ. Теләмәнек. Ахырғы маҡса­тыбыҙ ул түгел ине шул. Беҙ хатта Германияға ла карателдәр булып килмәнек. Азат итеүсе­ләр инек беҙ.
— Минең атай һәм ҡатынымдың атаһы, атайымдың ағаһы һәм олатайымдың ҡус­тыһы һуғыштан ҡайтманы. Ошоно белә то­роп, үс тураһында уйламау мөмкинме һуң?
– Аңлайым. Әммә барыбер үслек һәм хас­лыҡ түбән йәндәрҙең яҙмышы булғанына иманым камил. Бына һиңә бер хәлде һөйләйем әле. Урамдарҙа барған ҡаты һуғыш ваҡытында мәшһүр Вена опера театрына ут ҡапты. Юғары командование, позицияларҙан бер нисә подраз­делениены алып, янғынды һүндерергә ебәр­ҙе. Һалдаттар, ҡурҡыу белмәй, йән әсе­һенә эш­ләне. Янғын һүндерелде. Бер нисә кеше уттан йәрә­хәт­ләнде, осраҡлы ғына шартлауҙан берәү һәләк булды.
Бөгөн был театрҙа нәзәкәтле, ҡояшлы моң ағылалыр. Уны ҡотҡарып алып ҡалған яу­гир­ҙәрҙе хәтерләүселәр бармы икән? Моғайын, юҡтыр. Ғөмүмән, Оло Европаның хәтере то­ҡо­райҙы. Йәл. Ә мин ялҡындар аша әлеге һал­даттарҙың шыбыр тирле, утта бешкән йөҙ­ҙә­рен һаман күрәм. Һәләк булғанды хәтерләп илайым.
– Ошолай йәшәү өсөн изге хәтерле булырға кәрәк шул.
– Һуғыш тураһында һүҙ барғанда, пафос урынһыҙ. Нәҡ фронтта мин “Урал” йырының тетрәндергес асылын тәү башлап аңланым: “Әй Уралым, һинән киҫеп алһам, ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың, тамып та ғына ҡала киҫкән саҡта яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары”. Уны миңә Днестр ярында ҡәрҙәшем йырлағайны. Йырҙы хәтергә алыуымдың сәбәбе шул: уларҙа – ха­лыҡтарҙың рухи ҡеүәте һәм ныҡлығы. Еңеүҙең сығанаҡтары күп, әммә иң төп сығанаҡ – Совет иле халыҡтарының рухи, әхлаҡи көстәренең бергә тупланыуы. Уйҙар, эштәр, яҙмыштар бер­гә төйнәлде. Уларҙың барыһы ла көндәлек тормошта, эштә, һуғыштағы батырлыҡта күренде.
Һәм һуғыш тураһындағы һүҙҙе артабан да сурытмай, тағы бер хәлде генә хәтерләйем. Өсөнсө Украина фронты яугирҙәре Днепрға еткәс, бөтә яр буйлап һуҙылып һалдаттарҙың һыуға йомолғанын күрҙем. Юҡ, улар һыуҙы эсмәй, бәлки, ирендәрен һалҡын изге һыуға терәп, уны уртлап, һәр кем үҙ телендә, өн­дәшмәй генә, антын яңырта ине. Һәр хәлдә, миңә шулай тойолдо. Шулай булғандыр ҙа. Һыуынан ауыҙ иткән, ҡаның менән һуғарған ер һиңә яҡын да, туған да булып ҡала.




Вернуться назад