Ауыр ҙа, маҡтаулы ла хеҙмәт18.10.2014
Ауыр ҙа, маҡтаулы ла хеҙмәт
Һуңғы йылдарҙа республикала юл төҙөлөшөнә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Бер үк ваҡытта уның сифатына ла талаптар арта. Йәғни был мөһим тармаҡ ысын-ысындан заман имтиханын тота. “Дорожник” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиә­те үҙ эшмәкәрлеген нәҡ ошо талаптар юғарылығында ойоштороп, республиканың әйҙәүсе предприятие­ларының береһе булып танылды.


Йәмғиәт 2002 йылда юл төҙөү күсмә механизацияланған колон­на­һы базаһында ойошторола. Үткән осор коллектив өсөн ысын-ысындан фиҙакәр хеҙмәт йылдары булды. Ғорурланып һөйләрлек эш­тәре бар.
Әйткәндәй, “Дорожник”, подряд­сы булараҡ, беҙҙең республика буйлап үткән М-7 магистрален, шулай уҡ баш ҡалабыҙ Өфөнө көн­байыштан урап үткән юлды — барлығы 204,2 саҡрым оҙонло­ғондағы араны хеҙмәтлән­дерә. Федераль әһәмиәттәге трассала хә­рә­кәт бик көслө, көсөр­гәнеш ифрат ҙур. Шуға уны һәр саҡ ҡа­рап, төҙөк тотоу, именлек тәьмин итеү төп бурыс булып тора. Был маҡсатта һуңғы йылдарҙа мөһим эштәр башҡа­рылған. М-7 трасса­һында ун саҡрым юлға капиталь ремонт үткәргәндәр. Йәнә егерме саҡрым ара яңыртылған. Ун саҡ­рым оҙонлоҡтағы юлға асфальт-бетон өҫлөгөнөң аҫҡы һәм өҫкө ҡатламдарын йәйгәндәр.
“Дорожник” йәмғиәте М-7 трас­са­һында бер нисә йыл эшләй инде. Мәҫәлән, быйыл Кушнаренко районының Шәрип ауылы тәңгә­лендә — 40, Илеш районы Юғары Йәркәй ауылы янында 20 саҡрым арала юлдарҙы өҫтән эшкәрт­кән­дәр. Ун саҡрымына капиталь ремонт үткәрелгән. Иң мөһиме – “Дорож­ник”тың юл төҙө­лөшө баҙа­рында үҙ урыны, үҙ йөҙө бар, абруйы юғары.
Эш күләме йылдан-йыл үҫә. Мәҫәлән, 2011 йылда 300 миллион һум үҙләштерелһә, 2012 йылда был күрһәткес 350 миллион һумға еткән. Үткән йылда инде 400 миллион һумлыҡ эш башҡарылған. Быйыл бөтәһе 500 миллион һум­лыҡ килешеүҙәргә ҡул ҡуйыл­ған. Әммә эш һандарҙа ғына түгел. Бөгөн юл төҙөлөшөндә сифат алғы планға сыға. Быға заманса техника һәм технологиялар менән генә ирешеп була. Предприятие ҡе­үәтле матди-техник базаға эйә, техника паркы йылдан-йыл яңыр­­ты­ла. Үҙәк база — Кушнаренко ауылында, икенсеһе Үрге Йәр­кәй­ҙә урынлашҡан, өс асфальт-бетон заводы эшләй. Предприятие заманса махсуслашҡан һәм ярҙам­сы юл төҙөлөшө, автотранспорт тех­ни­каһы менән тәьмин ителгән.
Әммә иң камил машина менән дә кешеләр идара итә. Ауыр ҙа, маҡтаулы ла хеҙмә­т­те үҙ иткән һөнәр эйәләре – кол­лективтың ғо­рур­лығы. Был өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләгән Рәсәйҙең почетлы юл хеҙмәткәре, баш инженер Фәрит Абдуллин, Баш­­ҡорт­остандың атҡаҙанған тө­ҙөү­сеһе, прораб Рә­шит Әхмәт­йә­нов, баш хисапсы Ри­ма Мос­­та­фина, оператор Валерий Шәрипов, экскаваторсы Дамир Шириязданов, автогрейдерсы Ил­зар Әхмә­ров, асфальт һалыусы Салауат Ба­тыргәрәев, водителдәр Илдар Сәрүәров, Рөстәм Хәй­рул­лин кол­лективтың терәге булып тора. Бында быуындар бәй­ләнеше күр­кәм традиция булараҡ һаҡлана. Оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәргә алмаш­ҡа Эльдар Әхмәтйәнов, Венер Ғил­данов, Ри­шат Әхиәров, Илмир Ғимаев кеүек тырыш, белемле йәштәр килә. Заманса технологиялар һәм техника менән нәҡ улар идара итергә тейеш.
“Дорожник” коллективы инновация технологияларын ҡулланыуҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Улар тар­маҡта тәүгеләрҙән булып юл төҙө­лөшөндә “Армопол” геоселтәрен ҡулланыуҙы үҙләштерҙе. Шулай уҡ ваҡ таш-мастикалы асфальт-бетон ҡулланалар. Яңы технология юл төҙөлөшөн күпкә сифатлыраҡ итә, уның файҙаланыу ваҡытын оҙайта.
Коллективта бөгөн 200-ҙән ашыу кеше эшләй. Хеҙмәт кеше­һенең ҡәҙере ҙур бында. Эш хаҡы тотороҡло, хеҙмәткәрҙәр кейем, йылы аш менән тәьмин ителә. Тор­лаҡ төҙөгәндә, фатир алғанда, йәштәр уҡыу йорттарында белем алғанда ярҙам күрһәтелә. Былар­ҙың барыһы өсөн дә коллектив эшсәндәре предприятие директо­ры, Баш­ҡортостандың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Алик Ғиләжевкә рәхмәтле. “Бул­дыҡлы, тәжрибәле, үҙенә һәм башҡаларға талапсан, хеҙмәт ке­ше­һен хәстәр­ләгән етәксе”, – ти хеҙмәттәштәре уның тураһында.
Алик Заҡуан улы күп йыллыҡ хеҙмәтен тәүҙә тыуған яғы Куш­наренко районының ауыл хужа­лығы тармағын үҫтереүгә ба­­ғыш­лай. Ә 1997 йылдан юл төҙөлөшө хеҙмәтендә етәксе вазифаһында эшләй. “Дорожник” йәмғиәте ойош­торолған көндән алып уның алыш­тырғыһыҙ директоры. Әү­ҙем йәмәғәтсе лә ул. Тыуған районының ауылдарын төҙөкләндереүгә, мә­сет­тәр һалыу­ға, Бөйөк Ватан һу­ғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәй­кәлдәрҙе яңыртыуға шәхси өлөшөн индерә.
Был көндәрҙә “Дорожник” хеҙ­мәт­кәрҙәре ҡышҡы хәстәрлектәр менән йәшәй.
– Беҙ төҙөгән юлдар юлсыларға уңайлыҡтар тыуҙырһын, ә үҙе­беҙ­ҙең хеҙмәт өсөн ғорур­ланырлыҡ булһын, – ти улар.





Вернуться назад