Был төбәктә юлдарҙың тигеҙлегенә, ҡыш көнөндә лә һәр саҡ таҙа тотолоуына, ғөмүмән, бар ерҙә тәртип булыуына төрлөсә баһа бирәләр. Берәүҙәр быны райондың бәләкәй булыуына бәйләй, икенселәр, ҡеүәтле машиналар һирәк йөрөй, ти. Нисек кенә булмаһын, бөтә ҡаҙаныштар һәм уңыштар иң тәүҙә етәксенең хәстәрлеклелегенә барып тоташа. Кем әйтмешләй, хужаһы ниндәй – донъяһы ла шундай.
– Насар эшләй белмәйбеҙ, ялҡаулыҡтан алда тыуғанбыҙ, – ти уйынлы-ысынлы Йәрмәкәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Марат Абдуллин. – Ә ысынында ошо тиклем ҙур хужалыҡты һиңә ышанып тапшырғандар икән, һәлкәүлеккә юл ҡуйып булмай. Ышанысты аҡларға тейешһең, юғиһә халыҡтың күҙенә нисек ҡарамаҡ кәрәк?
Киләһе йыл 80 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк ойошма үҫеш юлында. Тәүге исеме – 2679-сы Йәрмәкәй етештереү-юл участкаһы. Әле идаралыҡ дөйөм ҡулланылыштағы 400 километрға яҡын автомобиль юлы өсөн яуаплы. Шулай уҡ 15-ләгән күпер, 250 тирәһе тимер-бетон һәм һыу үткәргес торба, хатта ҡайһы бер урындарҙағы ҡоймалар ҙа уларҙың ҡарамағында.
Йәрмәкәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығының матди базаһы яҡшырғандан-яҡшыра. Мәҫәлән, асфальт-бетон заводы гөрләп эшләй, ҡом алыу өсөн карьер асылған, бынан тыш, бер нисә тиҫтә “ҡорос ат”ты һыйҙырырлыҡ ҙур ангар – гараж төҙөлгән, заманса оҫтаханалары бар.
Тик юл төҙөү менән шөғөлләнәләр, тиеү генә йәрмәкәйҙәрҙең эшмәкәрлеген сикләү буласаҡ. Төрлө бина йәки ҡоролма һалыу, инженер селтәрҙәре һәм коммуникациялар үткәреү кеүек мөһим эштәр – шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр иңендә.
Марат Заһит улы билдәләүенсә, элекке тормош менән бөгөнгөһө – ер менән күк араһы. Әгәр бынан егерме, хатта ун йыл элек бәләкәй генә юл биләмәһен рәткә килтереү өсөн айға яҡын ваҡыт талап ителһә, хәҙер уны бер нисә көндә ғәмәлгә ашырыу зарур. Әлбиттә, ҡеүәтле техника ярҙамында. Өҫтәүенә эш күләме лә артҡандан-арта.
Йәрмәкәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы быйыл туғыҙ айҙа 15 саҡрымға яҡын юлға асфальт түшәгән һәм ремонтлаған, 9000 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештергән. Исламбаҡты һәм Оло Зиңгәрәй ауылдарына ингән юлды һалып, файҙаланыуға тапшырған. Уларҙың икеһе лә йылға (Ыҡ һәм Рә) буйында урынлашҡанға күрә, юл төҙөүҙә ҡатмарлыҡтар осраған, әммә тырыштар эште ваҡытында тамамлаған. Әйткәндәй, бында 66 хеҙмәткәр көс һала, күптәр төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, төрлө дәртләндереү саралары, өҫтәмә түләүҙәр киләсәккә өмөт менән ҡарарға ярҙам итә. Идаралыҡ етәкселеге хеҙмәткәрҙәрен шифаханаға, бүтән төрлө ял йорттарына ебәреүҙе хәстәрләй, ташламалы хаҡҡа туҡландырыуҙы ла көйләгән.
Марат Абдуллин бригадир Рим Шаяпов, водителдәр Нурфаяз Ялалиев, Мөхәррәм Мәжитов, Рәмзил Шәкүров, тейәүселәр Марат Кашафетдинов, Илшат Рәхимов, шулай уҡ Иҡсан Ғәзизов, Илшат Ғәлиев һымаҡ уңғандарҙы һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алды.