Юлығыҙ шәп, кемдәр һалған?18.10.2014
Юлығыҙ шәп,  кемдәр һалған?
Сирек быуат эсендә республикабыҙ юлдары күҙгә күренеп яҡшырҙы. Бөгөн һәр район үҙәгенә генә түгел, бик күп ауылдарға асфальт юл һалынған. Бында әлбиттә, “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллективының тырыш хеҙмәте лайыҡлы урын алып тора. Ҡеүәтле ойошманың иң ҙур идаралыҡтарының береһе булған Тәтешле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ла ошо мөһим эшкә тос өлөш индерә. Тотороҡло коллективҡа тәжрибәле, тырыш, талапсан белгес Фәрит Михәтов етәкселек итә.



Тәтешле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы 351 километр оҙон­лоғондағы араның төҙөклөгө өсөн яуаплы. Шуның 167 километрына асфальт түшәлгән. Районда һуңғы өс йыл эсендә биш ауылға юл һалынған. Алтынсыһы — Иҫке Соҡор ауылына — тамамланыу алдында. Район эсендә быйыл 8 километр 800 метр юлға асфальт йәйелгән. Быйыл 9 айҙа идаралыҡ 90 миллион һумлыҡ эш башҡарған. Йыл аҙағына тиклем был һан тағы ла артасаҡ. Әле 60 километр юл ремонт талап итә.
Һәр коллектив үҙенең алдынғы эшселәре, оҫталары менән данлы. Асфальт түшәүсе машинистар Владимир Рәхмәтуллин, Ринат Хөснөтдинов, экскаваторсы Аркадий Мөхәмәтдинов, грейдерсылар Финат Имаев, Әлфир Минәзитов, тейәгес машинистар Руслан Фадеев, Павел Шәйхисламов, водителдәр Борис Адиев, Айрат Ғәниев, Зимфир Хановты йылы һүҙҙәр менән телгә алды етәксе.
Идаралыҡтың асфальт-бетон заводында ла эш тынмай. Быйыл 26 мең тонна асфальт етештерелгән. Мас­тер Фирдус Ғәлиев, оператор Вилис Кәмидуллин — идаралыҡтың ғорурлығы.
Юлығыҙ шәп,  кемдәр һалған?Эшселәргә социаль яҡтан даими хәстәрлек күрһәтелә. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, йылы аш менән тәьмин ителә. Шифаханаларҙа ял итеү мөмкинлеге лә бар. Әйткәндәй, идаралыҡҡа әле район хакимиәте башлығы вазифаһын атҡарған Рушан Ҡәҙим улы Гәрәев оҙаҡ йылдар етәкселек иткәйне. Тап шул осорҙа Тәтешле юл ремонтлау-төҙөү идаралығының ҡеүәтле базаһы бул­ды­рылды. Ойоштороу һәләте, тынғыһыҙ холҡо, тырышлығы менән берҙәм, эшһөйәр коллектив булдырып, идаралыҡты алдынғылар рәтенә сығарған билдәле шәхес ул.
Эйе, ниндәй генә һауа шарттары булыуға ҡарамаҫтан, юл төҙөүселәр көндө төнгә ялғап эшләй. Ҡыш юлды таҙартыу тәүлек әйләнәһенә ойошторола, сөнки идаралыҡ меңдәрсә кешенең ғүмере өсөн яуаплы. Юлдарыбыҙ йылдан-йыл яҡшыраҡ, уңайлыраҡ булһын — ошондай изге ынтылыш менән йәшәй тәтешлеләр.


Вернуться назад