Һил осор етте: гәзиткә яҙыл!18.10.2014
Берәүҙәр баҡса миҙгелен тамамланы, икенселәр мал-тыуарын һарайына япты, ҡыҫҡаһы, һил осор яҡынлашты. Иркенләп рухи аҙыҡ тураһында уйларға ваҡыт етте. Рухиәт тигәндән, “Башҡортостан” гәзите һәр саҡ олоһоноң да, кесеһенең дә күңеленә хуш килерлек уҡымлы мәҡәләләр тәҡдим итә.


“Гәзиткә ҡайҙа яҙылыу отошло?” Ошондай һорау менән дә редакцияға йыш мөрәжәғәт итәләр. Республиканың төп баҫмаһына, әлбиттә, почтала яҙыла алаһығыҙ – был алым киң таралған. Бынан тыш, баш ҡалала йәшәгәндәрҙе – “Өфө-матбуғат” киоскыһында, ә бүтән ҡалала һәм район үҙәгендәгеләрҙе матбуғат киосктарында көтәләр. Редакциябыҙға килеп тә квитанция тултырырға мөмкин.
Ә, дөйөм алғанда, матбуғатҡа яҙылыуҙы “Өфө-матбуғат” предприятиеһы, “Урал-пресс Евраз” йәмғиәте, “Ваш Выбор+В” агентлығы ла (тик Өфө ҡалаһы буйынса) ойоштора.


Вернуться назад