“Алтын көҙ”ҙә уңыш мул18.10.2014
“Алтын көҙ” ХVI Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашҡан Башҡортостандың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 8 алтын, 16 көмөш һәм 20 бронза миҙал яуланы.

“Иң яҡшы крәҫтиән (фермер) хужалығы” номинацияһында наградалар айырыуса күп булды. “Иң яҡшы ғаилә малсылыҡ фермаһы” номинацияһында республика фермерҙары һигеҙ миҙалға лайыҡ булды. “Иң яҡшы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы” йүнәлешендә Баймаҡ районындағы “Буранбай” кооперативы еңеү яуланы. Наградалар күләме буйынса иң яҡшы һөҙөмтә — Хәйбулла, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм Иглин райондары хужалыҡ­тарында.
Хәбәр итеүебеҙсә, Республика Хөкүмәте “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә төп бүләкте алды. Аграрийҙарыбыҙ юғары сифатлы мал аҙығы етештергән, перспективалы мәғлүмәт-ағартыу проекттары, шулай уҡ башҡа йүнәлештәрҙә абруйлы наградалар менән билдәләнде.



Вернуться назад