Милләттең аҡһаҡалы18.10.2014
Милләттең аҡһаҡалы
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим был донъяла һикһән алты йыл йәшәне. Тормошонда ла, ижадында ла халҡыбыҙҙың яҙмышы өсөн янды, рухын, бәҫен күтәрҙе, олпатлыҡ һәм дәрәжәлек менән уның хәстәрен ҡурсаланы. Айырыуса һуңғы тиҫтә ярым йыл арауығында Мостай Кәрим иң ҡырҡыу милли-сәйәси ваҡиғаларҙың уртаһында торҙо, милләттең аҡһаҡалы кимәленә күтәрелде.

Хәтерегеҙҙәлер, 1990 – 2000 йылдарҙағы ваҡиғалар бына-бына шартлап өҙөлөргә етешкән көсөргәнешле шарттарҙа барҙы. Көрәш-бәхәстәр иң ҡыҙыу нөктәгә еткән саҡта, ил ағаһының аҡыллы һәм ялҡынлы һүҙҙәре яңғыраны. Аҡһаҡалдар уйсанлығы, сәсәндәр теле шул хәҡиҡәтте асып бирҙе: башҡорт ошо ерҙә донъяға килгән, ошонда ғүмер итәсәк; башҡорттарҙың үҙаллы дәүләт төҙөп, үҙ телендә һөйләшеп, үҙ етәксеһе ҡулы аҫтында йәшәр өсөн донъяла бер генә урын бар, ул – Башҡортостан!
Мостай Кәрим... Был исемгә Салауат ярһыулығы, Аҡмул­ла аҡылы, Бабич шағирлығы һеңгән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев һүҙҙәренсә: “Мостайҙы бары тик уның үҙе менән генә сағыштырырға мөмкин!”
Эйе, Мостай Кәрим – башҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә хас, мәңге тере, мәңге асыласаҡ хазина ул.




Вернуться назад