“Тимер ат”лы булдылар18.10.2014
“Тимер ат”лы булдылар
Баш ҡаланың Киров районынан Юриндар ғаиләһе “Йәш ғаилә-2014” республика конкурсының Өфө этабында еңеп сығып, төп бүләк — автомобилде яуланы.


Гөлнара менән Михаил өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Полина — уҡыусы, игеҙәктәр Демид менән Владиславҡа — ни бары ике йәш. Ғаилә башлығы – компанияға, ә Гөлнара саралар ойоштороу буйынса шәхси агентлыҡҡа етәкселек итә.
Баш ҡаланың иң яҡшы ғаиләһе исеменә бәйгелә ҡалалағы ете райондан парҙар ҡатнашты. Конкурсанттар үҙ шәжәрәһен, ғаилә альбомынан мәҙәни йолаларҙы, шөғөлдәрҙе, тарихи үҙенсәлектәрҙе сағылдырған фотолар тәҡдим итте. “Ғаилә ҡороу — үҙе бер сәнғәт” конкурсында музыкаль сығыш, үҙең хаҡында бәйән итеү төп урынды алды. “Яңы быуын таланттары” ижади конкурсында йәш ҡатнашыусылар сәхнә һәләтен, “Күмәкләгән — яу ҡайтарған” өйгә эшендә йәштәр хореография, вокал, нәфис һүҙ, театр кеүек сәнғәт төрҙәрендәге һәләттәрен күрһәтте.






Вернуться назад