Ҡыйын эшкә – ҡыйыу ҡул18.10.2014
Ҡыйын эшкә – ҡыйыу ҡул
Ғәҙәттә, фермалар эсенә инһәң, күҙ ҡамаша. Һуңынан ғына ни барын төҫмөрләй башлайһың. Ә бында — яҡты. Махсус нурландырғанға түгел, тәҙрәләрҙән тыш, яҡтылыҡ ҡыйыҡтан төшкәнгә. Бинаның буйынан-буйына ике яҡ ҡанатты үтә күренмәле материал тоташтырып тора. Тағы аптыратҡаны шул: бер генә ағас та, таҡта ла күрмәҫһең, барыһы ла торба, тимер конструкцияларҙан, тимер-бетондан эшләнгән.


– Ағас хәҙер ҡиммәт, шуға ла ҡулланмайбыҙ, — ти хужалыҡ рәйесе Аҫылбәк Алмашев. — Өҫтәүенә тиҙ генә сереп бара. Кардалар ҙа тимерҙән кәртәләнде...
Ә райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Александр Баранов етәксенең үҙе тураһында:
– Эште еренә еткереп башҡара. Әйткән һүҙендә тора. Өс-дүрт айҙан һауын залы була тиһә, шуны үтәмәйенсә ҡалмай, — тине.
Һис шаштырыу түгел, ферма ҡураһы тирәләй мал аҙбарына хас булған батҡаҡ та, тиреҫ тә тапмаҫһың. Тыштағы кәртә эсенән дә, биналарҙан да тиреҫ махсус урынға — силос соҡорон хәтерләткән тимер-бетон плитә түшәлгән урынға сығарылып, баҫыуҙарға ташыла. Биналар барыһы ла заманса — 2009, 2011, 2013 йылдарҙа һалынған. Төҙөлөш эшен үҙ көстәре менән башҡаралар.
Ҡыйын эшкә – ҡыйыу ҡул– Быйыл июндә 200 башҡа иҫәпләнгән тағы бер ферма тергеҙә башлағайныҡ, тамамланыҡ тиһәң дә була. Көндәр һыуытыу менән мал индерәсәкбеҙ, — ти Алмашев.
“Дружба” хужалығында барлығы 2 500 баш мал иҫәпләнһә, шуларҙың 400-ө – һауын һыйыры. Сәйет ауы­лындағы кардаларҙа 1 600 баш һимертеүгә ҡуйылған. Быҙауҙарҙы бәләкәй саҡта имеҙеү өсөн айырым һыйыр төркөмө тотола. Бер һыйырға ике баш быҙау тура килә. Бында, әлбиттә, малсыларҙың эшен телгә алыу менән бер рәттән, зоотехник-селекционер Марсель Ғөбәйҙуллин менән ветеринария врачы Инвил Әмировтың тырышлығын да бил­дәләмәү мөмкин түгел.
Ҡыйын эшкә – ҡыйыу ҡулЭшсе көсө етә. Шулай булмай ни, малсылар көнөнә уртаса мең һум ала. Бар эш тә механизацияланған. Әйтәйек, Яңы Казанковкалағы фермаға дүрт һауынсы, дүрт малсы, ике механизатор етә икән. Хужалыҡта 160 кеше даими эш урыны тапҡан. Һауынсылар Илмира Асатуллаева, Валентина Антонова, Людмила Карагодова, Анна Алябьева эшен белеп, яратып башҡара.
Һөт күпме һауыла, үҙ цехтарында тейешле кимәлгә еткерелеп, шунда уҡ һатыуға сығарыла. Уныһы бик мөһим. Тик хужалыҡ рәйесен субсидияларҙың ваҡытында бирелмәүе борсой. Баҙар шарттарында башҡалар менән типә-тиң атлар өсөн һәр тин иҫәпле бит. Ҡалғанын иһә крәҫтиән эшләп өйрәнгән.






Вернуться назад