Рөстәм Ишмөхәмәтов – Дәүләт Думаһында18.10.2014
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов Дәүләт Думаһы депутаты мандатын алды.


Илдең Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында “Берҙәм Рәсәй” партияһы тарафынан күрһәтелгән федераль исем­лектәге кандидатҡа документ тапшырылды. Әйткәндәй, Дәүләт Думаһы депутаты Александр Дегтярев вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатҡайны. Ошоға бәйле вакант мандатты Рөстәм Ишмөхәмәтовҡа тапшырырға ҡарар ителде. Ул 1977 йылда Ғафури районының Йөҙимән ауылында тыуған. Социология фәндәре кандидаты. 2011 йылдан Дәүләт Думаһы депутатлығына теркәлгән кандидат.


Вернуться назад