Республика Советының һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү мәсьәләләренә арналған күсмә ултырышы быйыл Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат муниципаль райондарында үтә. Ошо төбәктәге медицина объекттарын, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, ҡорамалдар менән йыһазландырыуға 2011 йылда 479 миллион һум аҡса бүленде.
Етенсе тапҡыр үткәрелгән күсмә ултырышта Башҡортостанда йәшәүсе дүрт миллиондан ашыу кешенең йәшәү сифатына, сәләмәтлегенә туранан-тура ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе юғары кимәлдә тикшереү, өйрәнеү, һорауҙарға күмәкләп яуап эҙләү халыҡ алдында оло яуаплылыҡ тотоу тигән һүҙ. Ошо ваҡыт арауығында күсмә ултырыштарға әҙерлек барышында 25 төбәктә күпме өр-яңы заманса медицина объекты ҡалҡып сыҡты, йыһаздар, ҡорамалдар ҡайтарылды, йәш белгестәрҙе урындарҙа төпләндереү өсөн социаль уңайлыҡтар тыуҙырылды! Өҫтәүенә, район үҙәктәренең, ауылдарҙың йөҙө үҙгәреүенә, юлдар һалыныуына, транспорт бәйләнеше үҫеүенә, иң мөһиме — халыҡтың кәйефенә, тормош сифатына һиҙелерлек йоғонто яһалды.
Былтыр Өфө ҡалаһында үткән оло йыйындың пленар өлөшөндә Башҡортостан Президенты күсмә ултырыштың һис тә байрам түгеллеген, ә эшлекле кәйеф һаҡланған, ҡырҡыу мәсьәләләр ҡаралған етди һөйләшеү урыны икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рөстәм Хәмитовтың: “Һаулыҡ һаҡлау — иң мөһим йүнәлеш, мин уны шәхси контролдә тотам”, — тигән һүҙҙәре үк тармаҡтағы ҡатмарлы мәсьәләләрҙең күплегенә, кадрҙарҙың әлегәсә етешмәүенә, дәүләт гарантиялары программаһының финанс яғынан тейешенсә тәьмин ителмәүенә, медицина хеҙмәтенең һәр саҡта ла сифатлы булмауына ишаралай кеүек. Медицинаның “байҙар өсөн” һәм “ярлылар өсөн” бүленеүе республика башлығын хәүефләндерә. “Был тенденцияны емерергә кәрәк. Беҙҙең бөтә граждандар тигеҙ дәрәжәлә сифатлы табип ярҙамы алыуға лайыҡлы”, — тине ул. Президенттың был принципиаль позицияһын беҙ йыл дауамында яҡшы тойҙоҡ. Республикала 2011–2012 йылдарға иҫәпләнгән һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһының Рәсәй Хөкүмәтендә ҡаралғандан һуң хупланыуы хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ.
Медицина ниндәй йүнәлештә үҫешер? Ул ысын мәғәнәһендә һәр кем файҙалана алырлыҡ, ауырыуҙарҙың өмөтөн аҡларлыҡ дәрәжәгә күтәрелерме?
Быға тиклем берҙәм федераль медицина ярҙамы стандарттары билдәләнмәгәс, һәр төбәк “юрғанына ҡарап аяҡ һуҙҙы”. Модернизация программаһы идеяһына ярашлы, һәр кемдең, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, сифатлы дауа алыуға хоҡуғы бар. Ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, туғыҙ медицина округын төҙөү тармаҡ етәкселәренән тыш муниципаль берәмектәр башлыҡтарына ла оло яуаплылыҡ өҫтәй. Төньяҡ-көнсығыш төбәктә йәшәүсе халыҡтың тормош сифатына һәм кәйефенә мотлаҡ йоғонто яһаясаҡ оло йыйындың был юлы ла юғары кимәлдә үтәсәгенә, фекерҙәр тослоғона, уйланылған аҙымдарҙың дөрөҫлөгөнә ышанғы килә. Республика башлығының: “Халыҡ һаулығы — ҡиммәтле томограф та, термометр ҙа түгел, ә йәшәү рәүеше, наркомания һәм эскелеккә ҡаршы көрәш”, — тигән һүҙҙәре әле лә көнүҙәк.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.