Сенатор Лилиә Ғүмәрова төбәктәрҙә мәҙәниәтте үҫтереү өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса бүлеү практикаһын дауам итеү тәҡдимен индерҙе.
Федерация Советындағы Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Рәсәй Мәҙәниәт министрлығында Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко етәкселегендә уҙғарылған Мәҙәниәт йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында ошо турала белдерҙе. Ул мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә социаль әһәмиәтле ҙур саралар ойоштороу, Башҡортостан Президенты гранттарын бүлеү юлы менән ижади проекттарҙы үҫтереү буйынса республика тәжрибәһе менән таныштырҙы.
Бынан тыш, ул халыҡтар мәҙәниәтен, мәҙәни мираҫты һаҡлау өлкәһендәге айырым маҡсатлы муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән субъекттарҙың тәжрибәһен дөйөмләштереү, төбәк һәм муниципаль кимәлдәге программаларҙы үҙ эсенә алған махсус йыйынтыҡ сығарыу башланғысын тәҡдим итте. Был фекерҙе ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашыусыларҙың күбеһе, шул иҫәптән Валентина Матвиенко ла хупланы.