Беҙ — ҡунаҡсыл, шул уҡ ваҡытта эшлекле һәм тырыш халыҡ. Юҡҡа ғынамы сираттағы ХIV Рәсәй энергетика форумы беҙҙә уҙғарыласаҡ. Ул үҙ эсенә “Энергияны һаҡлау. Электр техникаһы. Кабель” тип аталған ХХ юбилей махсус күргәҙмәһен һәм “ШОС энергетикаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһен аласаҡ. Форум “Йәшел энергетика” исеме аҫтында 21-24 октябрҙә Өфөлә үтә.
— ШОС саммиты сиктәрендәге мөһим ваҡиға был сара. Унда башҡа илдәрҙән дә вәкилдәр ҡатнаша, шуға быйыл форум халыҡ-ара кимәлгә күтәрелә, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов. — Беҙҙең төбәк, ил өсөн энергетика хәүефһеҙлеге, энергетика һөҙөмтәлелеге — мөһим тема. Сәнәғәтебеҙ донъя баҙарында тейешле урын алып торорға тейеш.
Матбуғат конференцияһында республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров, “Башҡортостан электр селтәрҙәре” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Макаров, Башҡортостан күргәҙмә компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова ҡатнашты. Улар журналистар, белгестәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.