Яңыраҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов донъяға билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәй милли филармонияһы оркестрының художество етәксеһе, СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Спиваков менән осрашты. Республикабыҙ етәксеһе, маэстроны 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдең миҙалын тапшырҙы.
– Юбилейыма шундай ҙур бүләк эшләгәндәре өсөн республикаға сикһеҙ рәхмәтлемен, – тип белдерҙе Владимир Теодорович.
Әйткәндәй, маэстро шул уҡ көндә Салауат ҡалаһында үҙенең исемендәге Талантлы үҫмерҙәрҙең музыка мәктәбен асыу тантанаһында ҡатнашты.
Быйыл Салауат музыка колледжы Башҡортостан Президентының 10 миллион һумлыҡ грантына лайыҡ булғайны. Шуның иҫәбенә ошо музыка мәктәбе асылды ла инде. Был белем усағында барлыҡ уңайлыҡтар ҙа бар. Бында һәләтле балалар фортепиано, скрипка, гитара, шулай уҡ халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә ала. Киләсәктә уҡыусыларға дирижер Владимир Спиваков үҙе оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк.
Яңы музыка мәктәбенә виртуоз дирижер буш ҡул менән килмәне. Владимир Спиваковтың Италияла һатып алған Steinway рояле көтөлмәгән бүләк булды. Әйткәндәй, бындай затлы музыка ҡоралы Рәсәйҙең бүтән бер мәктәбендә лә юҡ!