“Mин янырмын һуңғы йәшен Һүнгәнгә ҡәҙәр!”18.10.2014
Донъя илар ерҙә — көлөп, көлөр урында күҙ йәшенә быуылып, һил генә йәшәр саҡта боларып ғүмер итә. Әҙәм балаһының бөгөн ни ҡылырын, иртәгә башына ниндәй уй килерен төҫмөрләр ҙә, күҙаллар ҙа әмәл юҡ. Илдәр араһындағы сиктәр юйылып, халыҡтарҙың бер усаҡта йылынып йәшәргә ынтылыуы — аңларлыҡ хәл. Шул уҡ ваҡытта ошоғаса тел үә лөғәт алмашып көн күргән ҡәүемдәрҙе, хатта ғаиләләрҙе ҡарар күҙгә салынмаған ихтыяр ыҙан менән айыра. Ошо ыҙан дәүләттәр менән дәүләттәрҙе, мәҙәниәттәр менән мәҙәниәттәрҙе, диндәр менән диндәрҙе, цивилизациялар менән цивилизацияларҙы ғына ике ярға ҡайырып һалмай, бәлки, үткән замандар менән бөгөнгө, ололар менән йәштәр араһына ҡойма ҡора.


Шағир күңел күҙе менән күрә

Ҡәүемдәрҙең ғүмер баҡый бер-береһе менән ихлас мөнәсәбәттә йәшәүе — мөмкин булмаған хәл. Мөғәмәләләргә сәйәсәт, хакимлыҡ, мөлкәт мәсьә­лә­лә­ре килеп ҡыҫылғанда эскерһеҙлеккә урын ҡалмай. Икһеҙ-сикһеҙ донъя ус аяһындай ғына ҡалып бөрөшкән кеүек. Дошманлыҡ йөрәктәребеҙҙе ҡара күмергә әйләндерә. Һары таңдан ҡара төнгәсә туҡ­тауһыҙ һибелгән ялғандан һәм әшәкелектән мейеһе ҡортлаған һарыҡ ише миңрәүләндек. Беҙгә илебеҙ алтын һатып бөлгән һәм һалам алып көлгән дәүерҙә йәшәү яҙмышы тейҙе. “Мәүләм, ризалаша алмаҫ нәмәне үҙгәртерлек көс бирә күр миңә. Мәүләм, мин үҙгәртә алмаҫтай нәмәгә риза булырлыҡ көс бирә күр. Мәүләм, миңә тәүгеһен икенсеһенән айырырлыҡ аҡыл бирһәңсе...” Был теләктә өмөт һәм өмөтһөҙлөк ҡушып үрелгән, унда кеше рухының юғарылығы менән көсһөҙлөгө фәлсәфәүи фекер аша бирелә.
Фәлсәфиәттең йырып сыҡмаҫлыҡ әллә ниндәй шырлыҡтарына инеп барам шикелле. Хәйер, Мос­та­фа ағай, әллә ысынлап, әллә ғәҙәттәгесә мәрәкәләп, “Марсель, һинең дә холҡоңа олоғайыу ғәләмәте инде буғай, философ булып бараһың дабаһа”, тип йыш ҡына ҡабатлай торғайны. Оло кеше һынамсыл була бит, матбуғатта күренә килгән әйберҙәремдә берәй фекер осмото күрҙеме икән?
Шағирҙың иһә күңел күҙе менән күреүенә әллә ҡасан уҡ инанғанмын. Бәхетемдәндер, талип сағымда уҡ Рәми Ғарипов ағай менән аралашып йөрөү, уның йөрәгенән бешкән ер еләккәйҙәре һымаҡ өҙөлөп төшә торған һутлы шиғырҙарын тыңлау насип булды. Ғүмерем буйы Рауил Бикбаев, Александр Филиппов, Тимер Йосопов, Хәсән Назар, Ҡәҙим Аралбай, Сафуан Әлибай кеүек маңлайҙарына Хоҙай талант мөһөрө баҫҡан, телдәренә — һүҙ, йөрәктәренә моң һалған замандаш-арҡаҙаштарым менән бергә-бергә йәшәүем яҙмыш бүләге түгелме ни?! Бөрйән шишмәләренең һыуын уртаҡ тәмләгән, тауҙарына бергәләп күтәрелгән дуҫым Самат Ғәбиҙуллинды әле лә юҡһынам. Имән һәм ир, ир һәм имән бер тамырҙан үҫәме икән?.. Әгәр һәр беребеҙҙең ерҙә баҫып тороуыбыҙ шулай ныҡлы булһа. Тамырҙары­быҙ тәрәнгә уҡталып, рухи сатырҙарыбыҙ ҡуйы яп­раҡлы булып, ҡояш нурҙарын да ҡабул итеп, ел-дауылға ла бирешмәй йәшәй алһаҡ.
Мостафа ағайҙың үҙенә лә, уның тураһында яҙғанда-һөйләгәндә лә мин Мостай Кәрим йә Мос­тафа Сафич кеүегерәк мөрәжәғәт формаларын ҡуллана алманым. “Ағай” һүҙенән ситләшһәм, уның шәхесен рәсмиләштереүҙән, икебеҙ араһындағы яҡын­лыҡҡа ниндәйҙер хилаф килеүҙән ҡурҡтым. Төп­тәнерәк уйлағанда, шағирҙың һәр көнө, һәр ғәмәле йәшәүебеҙҙең рухи өлгөһө, уй һәм эштәребеҙҙең самаһын тоҫмаллар үлсәм дә булған икән. Мостафа ағай менән бер генә күрешеп һөйләшеү ҙә күп кешеләр өсөн ғүмерҙә онотолмаҫ ваҡиға тип баһаланһа, уны байтаҡ йылдар дауамында күрә йөрөү, ололоҡло һүҙҙәрен ишетеү — үҙенә күрә бер мәктәптер ҙә тиеүем.
Шағир менән гәзит-журналдар тирәһендә ҡайнаған кеше һүҙҙе нимә тураһында алып барыуы мөмкин? Әйткәндәй, Мостафа ағай үҙ ижады хаҡында ерле-юҡҡа һөйләшеп барманы. Ҡәләмдәштәре өҫтәленән сыҡҡан әҫәрҙәргә лә баһаны итәғәтле, ипле бирер ине. Һәр хәлдә, уның кемдеңдер ижады тураһында ороп-бәреп әйткәнен хәтерләмәйем. Кеше күңеленең быяла булыуын, һаҡһыҙ оронһаң ыуалыуын, хәйер, шағир белмәй, кем белһен? Ә инде арлы-бирле фекерләшеүҙән Мостай ағайҙың донъяуи ҡараштары, ижади фәлсәфәһе, зауығы һәм хыялдары, яныу-көйөүҙәре төҫмөрләнгәндәй була. Уларҙы ниндәйҙер тәртипкә һалырға көсөргәнмәй, әйтелгәндәрҙе бер нисә рефрен ағымына йүнәлтергә йөрьәт иттем.

Ғүмер елбер ел икән

— Мостафа ағай, тарих һис нәмәгә һабаҡ бирмәй, ә шул һабаҡты белмәгән өсөн яза ғына бирә, тиҙәр.
— Уныһы кем һүҙе тағы?
— Рус тарихсыһы Василий Осипович Ключевский әйткән.
— Ваҡыт үлсәмен, булғандың самаһын белгән ғалим инде ул. Һүҙ юҡ. Тарих, минең ҡарашҡа, өс төшөнсәне берләштерә. Беҙ тарихты фән булараҡ та, быуындарға һабаҡ биреүсе итеп тә, ғәмәли тормоштоң сағылышы тип тә ҡабул ҡылабыҙ. Уларҙы бер-береһенән айырып ҡарау тарихи хәҡиҡәткә хыянат итеүгә килтерер ине. Әйҙә, икәүләшеп, бер аҙ философ булып алайыҡ. Тарих — ғәмәли ысын­бар­лыҡ­тың уҙған осоро, ти. Бөгөнгө заман­даштарыбыҙ ошо тарихты булдыра, ә килер быуындар, үҙ осороноң ижтимағи шарттарына һәм ихтыяждарына ярашлы рәүештә, күп нәмәләрҙе, әлбиттә, өҫтәп уны йәнә тергеҙә. Шуға күрә тарихтың һис һүҙһеҙ объективлығы тураһында һүҙ булыуы мөмкинме?
Бына һин рус зыялыларының береһен хәтергә төшөрҙөң. Фекерҙе ялғап, әйҙә, рус интеллигенцияһы тураһында ла әйтеп үтәйек. Сөнки милли зыялыларыбыҙҙың барлыҡҡа килеүе һәм быуынға ултырыуы иң тәүҙә рустар менән бәйле. Был элита уҙған замандарҙа ысынлап та рухи йәһәттән зыялы һәм тышҡы ҡиәфәттә лә зауыҡлы булған. Бүтән яҡтарын иҫәпләмәгәндә лә, уның зыялылығы рус булмаған халыҡтарҙы әүҙем яҡлауҙа ла күренгән, Башҡортостандың элекке тарихынан быға бихисап миҫалдар килтерергә мөмкин. Рус интеллигенцияһы ошо сифаттарын совет дәүерендә лә бер ни ҡәҙәр һаҡлап ҡалғайны. Ул ижади әүҙемлек менән Советтар Союзындағы бөтә халыҡтарҙың фәнен һәм мәҙәниәтен үҫтереү процесында ҡатнашты.
— Был мәсьәләлә ниҙер үҙгәргәне һиҙеләме әллә?
— Һиҙелеү түгел, күҙгә төртөп күренә шул. Хәҙер рустың аҡыл хеҙмәте эшмәкәрҙәре милли мөстәҡиллеккә һыуһаған республикаларҙы яҡлап бер һүҙ ҡатһасы. Беҙҙең рухи ҡаҙаныштарыбыҙ уларҙың йоҡоһон ҡасыра, ошо аҙ ғына күтәрелеш тә ундай “эшмәкәрҙәргә” ҡояшты ҡаплағандай тойола. Бындай ахмаҡлыҡтан Хоҙай аралаһын.
— Рус халҡына рәхмәтле булыуығыҙ һис ваҡыт шик уятмай ине ләһә...
— Халыҡ менән уның араһында йөрөгән әҙәмдәрҙе бер ҡорға индерергә ярамай. Ҡартайыуым шулдыр: килеш-килбәте буйынса ла, фекер йөрөтөүенән дә, хатта ҡылған эштәренә ҡарап та зыялыны зыялы булмағандан айыра алмай башланым. Төшөнһәң, был рус “элитаһы”на ғына ҡағылмай. Минең мыжыуым ҡарсыҡ кешенең: “Был кәзәләргә ни булған? Элек, баҡырһалар, исмаһам, тауыш сыға торғайны, хәҙер иһә ауыҙҙарын асалар ҙа ябалар, ә бер нәмә лә юҡ”, — тип зарланыуына оҡшайҙыр. Интеллигенция ла әлеге һаңғырау ҡортҡаны хәтерләтә.
— Халыҡтың Ватан тарихын алып барыуына һеҙ ысынлап ышанаһығыҙмы?
— Һин тәфтишсе һымаҡ, әй. Мин дә оҙаҡ ваҡыт нәҡ халыҡ Ватан тарихында төп көс икән тип йөрөнөм. Һуңғы йылдарҙа был мәсьәләлә албырғабыраҡ ҡалдым.
Бик алыҫта ҡалған замандар йәки бигүк онотол­маған осорҙар тураһында уйланғанда, әрнеүле фе­керҙәр килә. Халыҡ аҡты ҡаранан айырырға өйрәнә алмай бит, өҫтәүенә үҙ яҙмышына үтә лә ғафил. Пушкин әсерәк тә итеп әйтер ине. Аҡыл юйылған ваҡыттарҙа ул ҡыйратҡыс башлыҡтың артынан эйәрә, ижади хеҙмәттән бигерәк, фетнәгә тиҙерәк күтәрелә. Ғәҙәттәге заманда халыҡ күңеленә ҡырып-емерә торған авантюрист яҡыныраҡ. Бына шундай уйҙар ҙа килә башҡа. Ғәйеплемен.
— Тарих нимәгәлер өйрәтәме икән ул?
— Аҡылы бар кешеләрҙе Тарих күп, ифрат күп нәмәгә өйрәтә ул, ә һәр даим һәм һәр кемгә бойороҡ өләшеп кенә йөрөгән иҫәрҙәрҙе тамам албырғата, аҙ ғына зиһенен дә томалай.
— Мостафа ағай, тәүҙә — үҙгәртеп ҡороу тигән буталсыҡтар башланғас, торараҡ йәмғиәтте демократлаштырабыҙ тип лаф орғанда ҡайһы бер ватандаштарыбыҙ, ниндәйҙер эске хөрриәт тойғоһо кисереү менән бергә, ҡаушап та ҡалды. Үҙебеҙҙе хатта имгәк һымағыраҡ тоя башланыҡ.
— Дөрөҫ түгел, тип әйтә алмайым. Элегерәк рух йәһәтенән имгәк кешеләр генә имгәк һанала ине. Ундайҙар күп тә булманы. Хәҙер иһә күпселек ватандаштарыбыҙ ошондай рухи мөһөр менән көн күрә. Был – ҡурҡыныс. Зыялы, белемле, әллә күпме мәртәбәле сифаттарға эйә булған кешеләр йыш ҡына интеллект яуаплылығынан азат, әхлаҡи кәртәләрҙе белмәгән ватандаштары алдында ҡаушап төшә. Аҡыл самалы булған һайын ундай әҙәмдәр туҡал һыйыр рәүешен нығыраҡ ала. Һәм уларҙы бер кем дә туҡтатмай-тыймай.
— Шағир күңеле аша халыҡтың кәйефе күренә. Хәҙер халҡыбыҙҙың ни уйлауын төҫмөрләү мөмкинлеге бармы?
— Теүәл формула йә үлсәнгән рецепт көтмә һин минән. Йәмғиәттә, тирә-яҡ мөхиттә барған хәл-ваҡиғаларға киҫеп кенә баһа биреү хата булыр ине. Бер яҡтан, рухыбыҙ бығауҙарҙан ҡотолған һымаҡ. Тындытәрән алырға була. Икенсенән, ватандаш­тарыбыҙ йомола, үҙ донъяһына инеп бикләнә, ғафиллыҡҡа сума бара. Хәүефләндерә, һыҙландыра былар мине. Фекерем менән риза булмауың да бар, әммә, тойомлауымса, Ватанды эскерһеҙ һөйгән, юғары, изге эштәргә ынтылған кешеләр ныҡ аҙайҙы. Уның ҡарауы, үҙең өсөн генә йәшәү, мал артынан ҡыуыу кеүек бүтән юҫыҡтағы әүҙемлек көсәйҙе.
Бына һин үҙең дә халҡыбыҙҙың үткәне, тарихи яҙмышы тураһында мәҡәләләр яҙғылайһың. Ҡасандыр, нимәлер булған, күптән онотолған тип йәшәү мөмкин түгел. Күңелдә яуыз хәтерҙе оялатырға ярамай. Бер-беребеҙгә ҡарата изге хәтер, рәхмәтле хәтер, ихтирамлы хәтер булһын ул.
— Иртән иртүк, гәзит киоскыһына сыҡҡанда, Маяковский исемендәге сквер аша үтәм. Һәм ошо мәлдә үк һыра һемереп ултырған йәш-елкенсәкте күрәм. Бала-саға оялыр урынға, үҙемә уңайһыҙ булып китә.
— Аңлайым. Хәҙер ил башлыҡтары көн-төн финанс, иҡтисад, сәйәсәт тураһында тылҡый. Шунһыҙ ҙа булмайҙыр. Әммә мәсьәлә иҡтисадта ғына түгел, ул, тырышһаҡ, көйләнер. Юғалтыуҙар ҙа ваҡыт үтеү менән бөтөр. Ләкин һис бер ни менән дә кире ҡайтарып булмаҫлыҡ юғалтыу бар. Ул — милләт­тәрҙең физик һәм әхлаҡи сәләмәтлеген юғалтыу. Илгә физик һәм әхлаҡи сир хәүефе янай. Әгәр ҙә беҙ бөгөн аҡылыбыҙға килмәһәк, 100 — 200 йылдан һуң илебеҙ зәғиф аҡыллы кешеләр ояһына әйләнәсәк. Күңелһеҙ уйланыуҙарға төшкән минуттарҙа мине шундай ҡурҡыу һәм өмөтһөҙлөккә бирелеү хистәре тетрәндерә. Был һәләкәттәрҙе булдырмау өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Кешелек донъяһы ер тетрәүҙәрҙән, туфан һыуы ҡалҡыуҙан, йыһан бәлә-ҡазаларынан, хатта атом һуғышынан да түгел, ә араҡынан, наркотиктан, һыранан, атом ҡалдыҡ­тары­нан, төрлө зарарлы газдарҙан, компьютер нурҙары ағымынан, әҙәм балаларының рухи тарҡалыуынан һәләк булыуы ихтимал. Шуға күрә бөгөн аҡылыбыҙға килергә кәрәк.



(Дауамы бар).


Вернуться назад