Милләтебеҙҙең бөйөк шәхесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуҙы лайыҡлы үткәреү маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара китапханаларында айлыҡ иғлан ителде. Районыбыҙҙың һәр төбәгендә арҙаҡлы әҙиптең тормош юлы һәм ижады буйынса төрлө саралар – шиғыр бәйгеләре, китап уҡыусылар конференциялары, викториналар, һүрәт конкурстары, әҙәби-музыкаль кисәләр ойошторола. Шулай уҡ районыбыҙҙа матур йолаға әүерелгән йәштәр араһында “Аҡйондоҙ һәм Аҡъегет” бәйгеһе лә башланды.
Октябрь башында үҙәк китапханала өлкән йәштәгеләр араһында шиғыр уҡыусылар бәйгеһе ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Унда районыбыҙ ауылдарының “Ағинәйҙәр”, “Атайсал” клубы ағзалары әүҙем булды. Бәйгелә ҡатнашыусылар күңелендә ғүмере буйы йөрөткән шиғырҙарын яттан һөйләп, йырҙарын йырлап ҡына ҡалманы, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, яратҡан шағирҙары тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Мостай Кәримдең бөтәһе лә яратып йырлаған йырҙарын башҡарған Ишбирҙе ауылының “Хәтирә” фольклор ансамбленең үҙенсәлекле сығышы бәйгенең йәме булды. Бөйөк аҡыл эйәһенең исеме өлкән быуын вәкилдәренең һәр береһе өсөн изге һәм ҡәҙерле. Шуның өсөн дә сара барышында яңғыраған һәр шиғыр, йыр, сығыш оло әҙипкә ҡарата һөйөү һәм ихтирам хистәре менән башҡарылды, күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты.
Бәйгенең еңеүсеһе тип Сыңғыҙ ауылынан Мәҙинә Туйсина табылды. Икенсе урынды Ишбирҙе ауылынан Фәриғә Аликбаева, Кәрешкә ауылынан Гөлнур Йәнтилина, Ниғәмәттән Фәрзәнә Мөхәмәтшина яуланы. Өсөнсө урынға Рәйфә Рәхмәтуллина (Иҫке Сибай), Рәйсә Диярова (Ҡолсора), Зәкиә Сөләймәнова (1-се Этҡол), Рәмзиә Әхмәтйәнова (Сосновка) лайыҡ булды. “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева үҙенең махсус призын Ҡолсора ауылы “Ағинәйҙәр” клубы рәйесе Рәйсә Дияроваға тапшырҙы.
Еңеүселәр һәм һәр ҡатнашыусы дипломдарға, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. Мостай Кәрим айлығы ошондай матур сара менән башланып китте. Балалар араһында ойошторолған район шиғыр уҡыусылар бәйгеһе лә йылы тәьҫораттарға, зауыҡлы сығыштарға бай булды.