Тәҡәтһеҙ хаким йәки Волюнтаризм нимә ул?17.10.2014
Тәҡәтһеҙ  хаким йәки  Волюнтаризм нимә ул?
Ватаныбыҙҙың егерменсе быуаттағы тарихын тәфсирләп барыусылар был эшмәкәр тураһында бер-береһенә оторо торған фекерҙәр әйтә килә. Йәнәһе лә ул Сталин хакимлығы йылдарында тонсоҡтороп тотолған йәмғиәттең тынын иркенәйткән. Америка Ҡушма Штаттарын ҡыуып уҙып, донъя империализмының “атаһын танытырға” ниәтләнгән, ил менән идара итеү структураһын әүеш-тәүеш итеүҙән ялҡмаған. Ҡыҙыу баштан кешелекте ядро һуғышы хәленә еткергән...


Эйе, һүҙ – Никита Сергеевич Хрущев тураһында. Теүәл ярты быуат элек, 1964 йыл­дың 17 октябрендә, үҙәк гәзиттәр “КПСС Үҙәк Комитеты пленумы Н.С. Хру­щевтың, олоғайыуы һәм һау­лығы насарайыуы сәбәпле, КПСС Үҙәк Коми­тетының беренсе секретары, КПСС Үҙәк Комитеты Президиумы ағза­һы һәм СССР Министрҙар Советы Рәйесе вазифаларынан бушатыу тура­һындағы үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе” тигән хәбәр менән сыҡты. Әйткәндәй, шул уҡ йылдың 17 апрелендә Никита Сергеевичҡа етмеш йәш тула һәм ҡотлауҙарға яуап һүҙендә ил етәксеһе “етмеш — йәшме ни ул” тип дәртләнә.
Һаҙый Таҡташҡа эйәреп, “штаттан тыш ҡалған Ғәбделмәжит Стамбулдан китте. Ну и вот. Тимәк, солтан хәҙер безработный...” тигән һүҙҙәрҙе ҡапыл ғына ялға ебәрелгән Хрущевҡа ҡарата әйтеү, бәлки, урынһыҙҙыр. Бәлки, Көн­сығыш хакимдары мөхитендәге ғәҙәт­тәр менән цивилизациялы дәүләт етәк­селәре ҡырындағы мөнәсәбәттәр араһында уртаҡлыҡ та барҙыр. Кем бул­ғанлығы билдәһеҙ ҡалған Хуго Штей­нхаус атлы кешенең әйткәне бар: “Хакимлыҡ итеү еңел түгел, шуға күрә аҡыллылар был бурысты иҫәр­ҙәргә йөкмәтә. Улар өсөн иһә ауыр­лыҡтар булмай”.
Һүҙҙең тәләкәле икәнлеген аңлаған­һығыҙҙыр. Рәсәйҙең егерменсе быуат­тағы инҡилапҡа ҡәҙәрле һәм Советтар Союзының унан ары 90-сы йылдар башына тиклемге етәкселәренең исем-шәрифтәрен хәтерләгәндә лә Петр Столы­пин, Владимир Ульянов, Лев Троц­кий, Иосиф Сталин, Никита Хрущев, Леонид Брежнев, Михаил Горбачев йөҙөндә беҙ дәүләт мәнфәғәте өсөн йәнен фиҙа ҡылыу, фанатик ихтыяр, уҫаллыҡ һәм ҡәтғи талапсанлыҡ, бер эште башлап, икенсеһен ташлау, ха­ким­лыҡ ләззәтенә хушланыу, вәғәҙә­ләрҙән иман яһау кеүек маҡсаттар, зауыҡтар, ғәҙәттәр палитраһын күрер инек. Идеаль хакимдар булмайҙыр, лә­кин дәүләт етәксеһе дәрәжәһенә күтә­рел­гән һәр кешелә халыҡ үҙ хыялында ғүмер баҡый йөрөткән шәхесте күрергә теләйҙер.
– Тарихтағы йә кеше ғүмерендәге ҡай­һы булһа ла осор тураһында һүҙ әйтер булһаҡ, “ул ҡатмарлы йылдар ине” йәки “ул үҙенсәлекле холоҡло кеше ине” тигәнерәк штамптарҙы ҡулланабыҙ. Ә кешелек тарихында һәр кемде һәр йәһәттән ҡәнәғәтләндер­гәндәй идеаль осорҙар йәки фәрештә рәүешендәге шәхестәр булмай. Шул күҙлектән ҡара­ғанда, Никита Хрущев та уны белгән кешеләр хәтерендә төрлө — табыныу­ҙан алып ҡәһәрләүгә тиклем — тәьҫо­рат­тар ҡалдырған. Скульптор Эрнст Неизвестный 1972 йылда Хрущевҡа ҡуйылған ҡәбер ташын аҡ мәрмәр һәм ҡара граниттан эшләгән, һәм ошо символда етәксенең булмышы ла, халыҡтың уға мөнәсәбәте лә сағыл­ғандыр.
Мәскәүҙәге, дөрөҫөрәге, Кремлдәге, хәлдәр тураһында хәбәрҙар булмағас, телевизор ҡарап, гәзит уҡып бармағас, ысынлап йөҙ һыуын түгеп, Иосиф Виссарионович менән 1953 йылдың 9 мартында бәхилләшеп ҡуйҙыҡ. Юл­баш­сы­һынан яҙған халыҡ “унһыҙ хәҙер ни эшләйбеҙ инде?” тип өҙгөләнгән ваҡытта, юғары­ла хакимлыҡ теҙгенен ҡулға эләктереү, шөһрәт атына атланыу өсөн йән әсе­һенә талаш-тартыш киткән икән. Һәм, мәғлүмдер, Сталиндың ярандары бигүк эшкә һанамаған, ә юлбашсы үҙе “Микита” тип йөрөткән Никита Сергеевич Хрущев һөҙөмтәлә алышта өҫтөн сыҡҡан. Тимәк, 1953 йылдың 7 сен­тябрендә партия Үҙәк Комитетының беренсе секретары вазифаһына һай­лан­ғандан алып 1964 йылдың 14 октябрендә от­став­каға ебәрелгәнгә тиклемге ваҡытты совет тарихының Хрущев дәүере тип йөрөтөргә лә ярайҙыр.
Иосиф Сталиндың хакимлыҡта 28 йыл ултырыуын хәтерләгәндә, Хру­щевтың дәүләт башындағы ун бер йылы бигүк күп тә тойолмай. Ләкин, илдәге һәммә власты үҙ ҡулыңда йомарлап тотҡанда, ярҙамсыларың һи­нең һәр һүҙеңә сәпәкәйләп, һәр ғә­мәлеңде фатихалап торғанда, тарих өсөн тоҡос ошо арала ла төҙөк донъяны — боҙоп, боҙоҡ донъяны тамам юҡ итеп өлгө­рөргә мөмкин. Йәнә шуныһы ла бар: илгә етәксе булып кемдәрҙер килә, икенселәр китә тора. Берәүҙәрҙең исемен дә хәтерләй алмай ҡалаһың, икенселәр тураһында ишетеү менән шул осор, дәүләттең хәлдәре, халыҡ­тың көнитмеше күҙ алдынан үтә.
Рус этнологы Лев Гумилев “пассионар” тигән терминды ҡулланыуға индер­гәйне. Ул кәртәләргә ҡарамай, ниндәй ҙә булһа маҡсатҡа ярһып, күҙ йомоп ынтылыуҙы аңлата. Шул мәғә­нәне ҡулланғанда һәм Хрущевтың дәүләт башындағы эшмәкәрлеген бергә төйнәп анализлағанда, уны ла пассионар шәхес­тәр рәтенә ҡуйып булалыр. Никита Сергеевичтың эшмәкәрлегенә байтаҡ йылдар уҙғас, тикшеренеүсенең шәхси зауығына һәм осорҙағы сәйәси конъюнктураға ҡарап, оторо ҡапма-ҡаршылыҡлы баһалар бирелде.
Сәйәси тотороҡлолоҡ булмаған, эти­ка ҡанундары нығынмаған һәм ябай халыҡ хакимдарҙы “игелекле батша — яман батша” критерийҙарынан сығып хөрмәт иткән-дошман күргән йәмғиәттә был – тәбиғи хәл.
Н.С. Хрущевтың тәржемәи хәлен тәф­сирләй башлаһаҡ, гәзит сәхифәһе генә тар булыр. Асылда уның хеҙмәт юлы һәм ғүмер итеүе ул осорҙағы партия-совет номенклатураһы кадрҙа­ры­ныҡы­нан әллә ни айырылмай. Егер­менсе йылдар аҙағында партия эшенә йәлеп ителгәнгә ҡәҙәр Донбасс заводтарында һәм шахталарында слесар­лыҡ һөнәрен үҙләштергән ауыл малайы.
Әйткәндәй, уның “крәҫтиәнлеге” на­ғышлы күлдәк, киң салбар кейеп, нәзәкәтле һүҙ һайламай, тупаҫыраҡ халыҡ теле менән һөйләшеүендә генә күҙгә ташланмаған. Заманында Пром­ака­демия тамамлаһа ла һәм артабан ҡалала йәшәһә лә, Хрущевтың ауыл еренә, уның мәсьәләләренә үҙенсә төшөнөргә тырышыуы һәр даим һаҡ­лана килгән.
Һеҙҙең хәбәрсегеҙ ҙә һәм “Башҡорт­остан”ды уҡыусыларҙың күпселеге – ауыл тамырлы кешеләр, шуға ла Хрущевтың ауыл хужалығы йүнәле­шен­дәге сәйәсәте хәтергә айырыуса оҙаҡҡа ҡалған. Ауылдың уҙған быуат­тың 50-се йыл­дарында бөл­гөн хәлдә булыуында Сталинды ғә­йепләү дөрөҫ­мө икән? Бәлки, донъя­быҙҙы ҡырып-емереп, халҡы­быҙ­ҙы һәләк итеп үткән һуғышты онот­маҫҡа кәрәктер? Замандаштары Ни­ки­та Сергеевичты уның үҙен ауыл хужалығында иң маһир белгес тип һанағанын йыш хәтерләр булды. Ауылды торғонлоҡтан сығарыу әмәлен хужа тәүҙә колхоз­дарҙы совхоздар итеп үҙгәртеүҙә күрҙе. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләш­тереүгә дәүләт­тең наҡыҫ ҡына бөтөн мөмкинлектәрен йүнәлтеү уға аҙыҡ-түлек мәсьәләһен мәңгелеккә хәл итеү юлы һымаҡ ҡабул ителде. Яңы ерҙәрҙә уңыш тәүҙә юғары булды, әммә тәбиғәт ҡанундарын урап үтеү мөмкин түгел: далалы өлкәләрҙә йыш ҡабатлана торған ҡоролоҡ, тупраҡ эрозияһы уңды­рышлы ерҙәрҙе лә сүллеккә, тоҙло таҡырға әйләндерҙе.
Хрущевтың йәнә бер мауығыуы — кукуруз. Америкаға сәфәре ваҡытында, Урта Көнбайыш фермерҙарының уңыш­тары менән албырғап, ул иле­беҙҙәге баҫыу структураһын йәһәт кенә үҙгәр­тергә була һәм кукурузды бөтөн зона­ларҙа ла, хатта ки Поляр киңле­генә тиклем, сәсергә ҡарар итә. Хакимдың өсөнсө “дәрте” — СССР-ҙың малсылыҡ өлкәһендә АҠШ менән ярышы. Уның инаныуынса, сиҙәм игене менән тотош илдә үҫтерелә торған кукуруз Американы ит, һөт һәм май етештереү буйынса ҡыуып етергә һәм уҙып китергә мөмкинлек бирәсәк. “Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ Американы яҡын йылдарҙа!” — тип дәртләнеп йырлап та йөрөнөк. Билдәле бер шағир әҫәрендә “Ит кәрәк, һөт кәрәк — күп кәрәк!” тип тә ҡеүәтләп ебәрҙе.
Ил тарихындағы һәр осорға баһа­лау­ҙың самаһын белмәгән кеше­ләр йә “тоталитарлыҡ”, йә “торғонлоҡ”, йә бү­тән мөһөр баҫа килә. Хрущев хакимлыҡ иткән йылдар “епшек” дәүере тип хәтергә инеп ҡалды. Илья Эренбургтың Сталин вафатынан аҙаҡ яҙылған ро­ман­дарының береһе лә “Оттепель” тип атала. Йәнәһе лә 1956–1964 йылдарҙа совет зыялылары мөхитенә тынды иркенәйтер саф һауа инә башлаған. Журналдар А. Сол­женицындың “Иван Денисовичтың бер көнө” һымаҡ әҫәр­ҙәрҙе баҫыуға йөрьәт иткән. Шул уҡ ваҡытта Б. Пас­тернакҡа “Доктор Живаго” романы өсөн бирелгән Нобель премияһын алыу тыйылған. Хрущев хакимлыҡ өсөн көрәштән бүтән һәммә нәмәлә томана булған, әммә ул сәнғәт һәм әҙәби әҫәрҙәргә кире ҡаҡҡыһыҙ баһа­лар биреүҙән тар­тынмаған. Ошон­да рус публицисы һәм тәнҡитсеһе Дмитрий Писаревтың әйткәне хәтергә килә: ”Шәхси йөҙө булмаған, уға ыша­нырға ла, асыу­ланырға ла ярамаған кеше менән ни хәл ҡылмаҡ кәрәк инде? Сөнки ғәмәл­дәре, һүҙҙәре һәм эш-хәрә­кәттәре­нең сәбәбе тирә-йүндәге донъяла түгел, ә уның үҙендә ята”.
Никита Сергеевич осоронда, фа­шизм­ды күптән түгелге еңеү дәрте һүрелмәгән илдә сәнәғәттә лә, фәндә лә ғорурланып һөйләрлек уңыштарға өлгә­шелгән. 1954 йылда Мәскәү эргә­һендәге Обнинск ҡалаһында тәүге атом электр станцияһы ток биргән, шул уҡ йылды “Ленин” атом боҙватҡысы диң­геҙгә сыҡҡан. Ерҙең тәүге яһалма юлдашы. Аҙаҡтан “хрущобалар” тип тү­бән­һетелеп исем тағылһа ла, ҡолас­лы торлаҡ төҙөлөшө. Айырым фа­тирға инеүҙең ниндәй бәхет булыуын йорт-ерһеҙ интеккәндәр генә белә.
Хрущевтың ҡапыл тоҡанып китә тор­ған холҡо халыҡ-ара мөнәсәбәт­тәрҙә байтаҡ уңайһыҙлыҡтарға килте­реүе мәғлүм. Куба һәм уға бәйле Америка менән хәрби бәрелешкә барып етә яҙыу, Венгриялағы инҡилап-ты көс менән баҫыу, ғәрәп дәүләттәре менән сәйер әшнәлек, уның БМО Генераль ассамблеяһындағы сығышы... Һәм ил­дең эсендә иҡтисади хәлдәрҙең ифрат ауырлашыуы. 1963 йылда, байтаҡ йылдар үтеүгә тәү мәртәбә, ил йотлоҡ сигенә етә. Кукуруз ҡушып бешерелгән ҡаты икмәккә ҡалаларҙа һыу буйы сираттар һуҙыла. Хрущевтың тегеләй-былай тайпылыу­ҙары һөҙөмтә­һендә дәүләт 1963 йылдан башлап алтынын ситтән иген һатып алыуға тотона.
Ҡарауыл алмашыныуын ил халҡы илтифатҡа алманы ла шикелле. Уның тәҡәтһеҙ холҡо теңкәгә тейеп өлгөр­гәйне, ҡайһылыр иркенлекте баһалау­сы аҙ булды. Тәғәм итер ризыҡһыҙ көн иткәндә, һинең бөтмәҫ-төкәнмәҫ ре­фор­­маларың кемгә кәрәк? Унан һуң, теремек, кешеләр менән һин дә мин ара­лашҡан ҙур етәксе халыҡтың юлбашсылар тураһында уйлаған олпат­лылыҡ, бөйөклөк кәүҙәләнешенә яуап бирмәй ҙә ине.
Никита Сергеевичты ҡулдаштары етәкселек итеүҙә волюнтарлыҡта ғә­йеп­­ләне. Йәғни ул тәбиғәт һәм иҡтисад закондарын инҡар иткән, уларҙы үҙе­нең шәхси ихтыярына ҡалдырған, субъек­тивлыҡҡа юл ҡуйған. Һәр хәлдә, кемдең фекере хаҡҡа сыҡҡанлығын тарих күрһәтте.
...1959 йылда АҠШ-тың Миссисипи штатын­дағы Флеминг фамилиялы афроамерикандар ғаиләһендә донъяға килгән һи­геҙенсе балаға Никита Хрущев тип исем биргәндәр.





Вернуться назад