Айыҡлыҡты өҫтөн итеүселәр, йәғни “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ҡушылыусылар араһында благоварҙар быйыл да бар. Мәҫәлән, Яныш ауыл Советына ҡараған Шырлыҡ, Нейфольд һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ауылдары халҡы, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барып, бәйгелә еңеүгә өмөтләнә.
Республика кимәлендә үҙҙәрен танытырға теләүҙәренә ғәжәпләнәһе түгел, бар йәһәттән дә тырышлыҡ күрһәтә улар. Күптән түгел “Айыҡ ауыл” республика конкурсы комиссияһы ошо төбәктә булып, мәктәп уҡыусылары, йәштәр һәм өлкәндәр менән осрашты, атҡарған эштәре менән танышты.
Яныш әллә ни ҙур түгел, 400-ҙән ашыу кеше йәшәй, нигеҙҙә, өлкәнәйә барыусылар. Шулай ҙа хеҙмәттә сыныҡҡан быуын дәртен һүрелтмәй көн итә. Мәҙәни тормоштоң гөрләп барыуын үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп ышандыҡ. “Беҙҙә халыҡты берләштергән саралар даими уҙғарыла”, – тиеүҙәре лә раҫ булып сыҡты. Мәҫәлән, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Моңдар ҡайтһын ауылға!” кеүек һуңғы ваҡытта йыш уҙғарылған саралар олоһон да, кесеһен дә дәррәү йыя. Ауылды йәмләп, ҙур мәсет ултырыуына ла иғтибар иттек. “Күп кеше йөрөмәһә лә, тәрбиә биреү урынына йәштәрҙең йышыраҡ аяҡ баҫа башлауы һәйбәт”, – тинеләр.
Әйткәндәй, Аллаһ йортон һалдырыуға ошо төбәктә тыуып үҫкән шағир һәм композитор Миҙхәт Әбделмәнов көс түккән. Был хаҡта айырым бер ғорурлыҡ менән хәбәр иттеләр. Мәҙәниәт йорто менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан китапхана ла исем өсөн генә асылмай. Ғөмүмән, Янышта халыҡтың йәшәйешен мәғәнәле итергә, сағыу кисәләр үткәреп йәмләргә тырышыуҙарына ышанылды. Ғүмерҙәренең һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуған ағай-апайҙар ҙа әртислектәрен ташларға уйламай икән, театр түңәрәгенә ихлас йөрөйҙәр, тинеләр. Ә мәҙәниәт йорто директоры Мәхмүт Ибраһимов хаҡында әйтеп тораһы ла түгел – йәне-тәне менән сәнғәт донъяһына мөкиббән кешеләрҙең береһе. Уның “Алтын Урал” конкурсында ҡатнашыуы менән дә ғорурланалар.
Яныш ауыл хакимиәте башлығы Ирек Шәйәхмәтов әйтеүенсә, “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ҡушылырға теләк белдерер алдынан һәр мәсьәләне ете ҡат үлсәгәндәр. Теләк тыуыу менән генә түгел бит, ошо төбәктә көн иткән һәр кемдең сараның маҡсатын, мөһимлеген тәрән аңлауы ла кәрәк. Иң элек депутаттар менән кәңәшләшелгән, артабан халыҡ менән һөйләшеп, бер ҡарарға киленгән.
Эште “иҫерткес эсемлек эсмәйек!” тигән саҡырыуҙан түгел, ә сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөгөн күрһәтеүҙән башлағандар. Күмәк халыҡ ҡатнашҡан байтаҡ сара ойошторолған. Йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе заман афәттәренән йолоп ҡалыу бурысы тәүге урынға ҡуйылған. Йөктө барыһы бергә, йәғни мәктәп, ауыл хакимиәте, китапхана һәм клуб хеҙмәткәрҙәре берҙәй тарта.
Шырлыҡ ауылындағы социаль-мәҙәни үҙәк тышҡы яҡтан күркәмлеге менән йәлеп итеп торһа, бина эсендә һәр кем зауығына ярашлы сарала ҡатнаша ала. Китапханасы Зөһрә Ибраһимованан да уңғандар, йәштәрсә дәрт менән гөрләтеп алып бара ул һәр эште.
Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, тиҙәр бит. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә атҡарылған эштәрҙең отчет өсөн булмауына инандыҡ. Колхозда эшләгән, фиҙакәр хеҙмәттәре орден-миҙалдар менән баһаланған ауылдаштарын да, һуғыш ветерандарын да берҙәй хөрмәтләйҙәр бында. Шырлыҡтарҙың музейы менән танышҡандан һуң, һис һүҙһеҙ, һәр кемдең үҙҙәрендә лә ошондай мөйөш булдырыу теләге тыуалыр. Уларҙағы кеүек йәш ғаиләләр клубы ла һәр ҡайҙа юҡ. Балалар буш ваҡытын файҙалы үткәрһен өсөн юлын да, йыһазландырыуға аҡса ла табып була икән. Һөҙөмтәлә кескәйҙәр яҡты, сағыу бүлмәлә рәхәтләнеп шөғөлләнә ала.
Әйткәндәй, төбәктә сәләмәт тормошҡа юл әле генә алынмаған. Былтыр, мәҫәлән, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, айыҡлыҡҡа әйҙәп, автомобилдә ошо яҡтан да үткән. Яныш ауыл Советы биләмәһендәге ауылдар “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә еңерме-юҡмы – уныһы тәүмаҡсат түгел. Шулай ҙа иң мөһиме -– сәләмәт йәшәүҙең өҫтөнлөгөн үҙ күҙҙәре менән күреп, үҙҙәре миҫалында ышаныуҙа ҡиммәте.