Һеҙ яңғыҙ түгел, тиһәк тә…17.10.2014
Һеҙ яңғыҙ түгел, тиһәк тә…
Стәрлетамаҡтағы инвалидтар эштәре буйынса координация советының сираттағы ултырышында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һаулығын хәстәрләү, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу һәм буш ваҡыттарын ойоштороу мәсьәләһе хаҡында һүҙ барҙы.


Бөгөн ҡаланың медицина ойошмаларында 18 меңдән ашыу инвалид иҫәптә тора. Шуларҙың 1107-һе – балалар. Ғө­мүмән, мөмкинлектәре сик­лән­гән граждандар ҡала хал­ҡының 6,6 процентын тәшкил итә. Хәйер, уларҙың һаны күпме ге­нә булмаһын, һәммәһе лә беҙҙең иғти­барға мохтаж. Әлеге ултырышта ла ин­валид­тарға ҡарата мөнәсәбәтте яҡ­шыр­тыуға төп баҫым яһалды.
Һаулыҡ һаҡлау йәһәтенән ҡа­лала шаҡтай ғына эш баш­ҡарыла. Мәҫәлән, быйыл ин­ва­лид балаларҙың бөтәһе лә медицина күҙәтеүе үткән, күп­тәре дауа­ланған. 209 бала “Нур” шифаханаһында һаулы­ғын ны­ғытҡан. Хәҙерге медицина ҡа­ҙаныштары сабый донъя­ға тыу­маҫ борон уның зәғифме-түгелме икәнлеген асыҡ­ларға ярҙам итә. Стәр­летамаҡта ла был йәһәттән етди эш алып барыла. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн йөрәге ауырыу са­быйҙарҙың сирҙән ҡо­толоу әмә­ле бар, әммә барлыҡ осраҡта ла түгел шул…
Быйыл өлкәндәрҙең 68 проценты медицина тикше­ренеүе үткән. Йылдың тәүге яртыһында 786 инвалид тейешле дауа алған. 12 баланың һәм 78 бәлиғ йәштәге граждандың инвалид статусынан арыныуы ла һө­йөнөслө.
Инвалидтарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү хаҡында ла һүҙ барҙы сарала. Был йәһәттән дә алға китеш бар. Тик бүленгән 600 һумға күпме генә дарыу алып була һуң? Бынан тыш, кәрәкле дарыуҙарға заказ биреү буйынса ла етешһеҙлектәр баштан ашҡан. Мәҫәлән, 2015 йыл­дың тәүге кварталында кәрәк буласаҡ дарыуға быйыл июлдә үк заказ бирелгән. Ә йыл­дың икенсе яртыһында социаль ярҙамға мохтаждар һаны арт­маҫ, тип кем әйтә ала?
Стәрлетамаҡта инвалидтар өсөн уҙға­рылған сара­ларҙы, спорт секцияларын һанап бө­төрлөк түгел. Әммә әлегә яр­ҙамға мохтаждар яғынан әү­­ҙем­лек кү­ҙәтелмәй. Ғәмәлдә байрамдарҙы буш залдар өсөн үткәргән һымаҡ килеп сыға. Инвалидтар өсөн уңайлы шарттар тыу­ҙырыу буйынса муниципаль программалар төҙөгән саҡта тәҡдимдәр ҙә бик аҙ булған. Ултырышта ҡатнашыусылар бел­де­реүенсә, сәбәпте инвалид­тарҙан ғына эҙләү дөрөҫ түгел. Тимәк, үҙебеҙ улар менән аҙ аралашабыҙ, проблемаларын һаман да өйрәнеп бөтмәйбеҙ.
Эйе, яҙмыш тарафынан ҡы­йырһы­тыл­ған был кеше­ләргә, ысынлап та, иғтибар аҙ. Юҡһа, ҡайһы бер биналар алдындағы пандустарҙың ныҡ текә, уңайһыҙ булыуын, инеү өсөн шарттарҙы яҡшыртыу урынына ҡыңғырау ғына ҡуйыуҙарын нисек аңла­тырға? Тик шуныһы үкенесле: эш штрафҡа килеп терәлгәс кенә, күптәр хатаһын аңлай. Инвалидтарға: “Һеҙ яңғыҙ түгел!” — тип ҡабатларға яратһаҡ та, ғәмәлдә ул башҡасараҡ килеп сыға. Әлбиттә, бер кәңәшмәлә генә бөтә проблемаларҙы хәл итеү мөмкин түгел. Шулай ҙа “боҙ”ҙоң тиҙерәк ҡуҙғалырына өмөт бар.


Вернуться назад