Этмәҫтәр ҙә ул, әммә ярҙам итерҙәрме?17.10.2014
(Айһылыу Зәйнетдинова, “Ярҙам итәйекме, ярҙан этәйекме?”, 2014 йыл, 29 август)
Бар ғүмерен мәҙәниәт өлкәһенә фиҙа­кәр хеҙмәт итеү­­гә арнап, хаҡлы ялға сыҡ­ҡан артистарҙың, хеҙмәткәр­ҙәрҙең бик үк еңел булмаған тормошон тасуирлағайны үрҙәге мәҡәлә. Ошо күренеш буйынса республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына мөрәжәғәт иттек һәм түбәндәге яуап хатын алдыҡ:
“Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лы­ғының 2013 йылдың 12 февралендә Башҡортостан Хөкү­мәте ҡарары менән раҫланған 35-се поло­же­ниеһына ярашлы, ведомство алдында дәүләт сәйә­сәтенең хеҙмәт, социаль яҡлау, эш менән тәьмин итеү йүнә­лешендә, йәмғиәтте үҫтереү өсөн тәҡ­дим­дәр булдырыу һәм тормошҡа ашы­рыу, халыҡтың йәшәү һәм килем кү­ләмен арттырыу, хеҙмәт хаҡын көйләү, уның шарттарын яҡшыртыу, ғаиләне, ҡарт­тар­ҙы, инвалидтарҙы социаль яҡ­лау кеүек бурыстар тора. Яҙмала күтәрелгән мәсьәлә министрлыҡ ҡара­мағына инмәй.
ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек осоронда төҙөлгән ҡунаҡ­хана­ларҙы торлаҡҡа әйләндереү мәсь­ә­ләһе буйынса “2015 йылда ШОС һәм БРИКС саралары өсөн шарттар булдырыусы проекттарға ярҙам төр­көмө”нә, респуб­ликаның Мәҙәниәт министрлы­ғына мө­рә­жәғәт итергә кәрәк”.

Тейешле шарттар бар

(Өлгөрбай Тиктормаҫов,
“Ҡайҙа бәҙрәф
бар икән?”, 2014 йыл, 5 сентябрь)

Бик сетерекле мәсьәлә күтәрелгәйне был яҙмала. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы республика юлдарында, ҡала ерендә урынлаштырылған бәҙрәфтәр хаҡында былай тип яуап бирҙе:
“Бөгөн Өфө ҡалаһының халыҡ күпләп йыйылған урын­дарында – мәҙәни сара­ларҙа хеҙмәтләндергән 375 биобәҙрәф бар. Бынан тыш, йәмәғәт транспорты­ның “Ҡала Сове­ты”, “Галле ҡалаһы”, “Спорт” туҡталыштары янында йыл әйләнәһенә эшләгән “Городовой-301” тибындағы бәҙрәф модуль-павильондар ҡуйылған. Һаулыҡ мөмкин­лектәре сик­ләнгән граждандар өсөн дә баш ҡаланың төрлө урындарында ошондай шарттар тыуҙырылған.
2015 йылда “Городовой” тибындағы бәҙрәф модуль-павильондарын алыу һәм урынлаштырыу буйынса эш дауам итәсәк”.

Ҡый йыйҙым һары тоҡҡа...

(Гүзәл, Өфө ҡалаһының Калинин районындағы Федоровка ауылы хаҡында, 2014 йыл, 12 сентябрь)

Баш ҡаланың Калинин районы хакими­әте Федоровка ауылында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһен финанслау лимиты булмауы һәм планда ҡаралмауы менән бәйләй. Әле был биләмәлә яҡтыртыу системаһын төҙөү проекты буйынса эш барыуы хаҡында ла бәйән ителә. Аҡса булған осраҡта ғына монтажлау эше ғәмәлгә атҡарыласаҡ.
Ауылдағы сүп-сар хаҡында иһә яуап хатында былай тиелә: “Өфөнө төҙөк­ләндереү ҡәғиҙәләренә ярашлы, шәхси йорт хужалары үҙ ихатаһын, эргә-тирәһен тәрбиәләп торорға тейеш. Ә инде хужаларҙың билә­мәһенә инмәгән урындағы ҡый үләндәрен утау кәрәк тип табылһа, был эште Калинин районының төҙөк­ләндереү буйынса муниципаль учреждениеһы башҡара.
“Сүп-сар йыйыусы махсус автохужа­лыҡ” ойошмаһы үҙ логотибы төшөрөл­гән 110 литрлыҡ ҡыҙғылт-һары поли­эти­ленға һалынған ҡыйҙы графикка ярашлы һәр урамда йөрөп йыйып сыға”.
Һөҙөмтәлә Федоровка ауылын тәр­тип­тә тотоу мәсьә­ләһендә халыҡ та, район хакимиәте лә уртаҡ яуаплы икәнлеге асыҡланды.

Фарман эшләнә, хаҡ билдәләнә

(К. Ишбулдина, “Түләүле уҡытыуҙың яңы юлдары йәки Алтын ҡалаҡтан, баҡыр һауыттан ашатасаҡтармы?”, 2014 йыл, 30 август)

Мәҡәләлә әйтелеүенсә, Сибай гимназия-интернатына түләү быға ҡәҙәр айына 700 һум тәшкил итеп, етәксе­лектең быйыл хаҡты 2 мең 800 һумға күтәреүенә ата-әсәләр дәғүә белдергән. Был белем усағында күберәк яҡын-тирәләге ауыл­дарҙан килгән ябай халыҡ балалары уҡый. Республиканың Мәғариф минис­трлығының яуап хатында былай тиелә:
“Башҡортостанда 35 дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты эшләй, улар­ҙа 10 меңдән ашыу бала уҡый. Дәүләт ҡарамағындағы 15-ендә 4,5 мең уҡыусы иҫәпләнә.
2012 йылдың 29 декабрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында Мәға­риф тураһында”ғы 273-сө Федераль закондың 66-сы статьяһындағы 8-се, 9-сы бүлектәренә ярашлы, интернаты булған белем биреү ойошмаһы етәк­селеге бәлиғ булмаған уҡыусыларҙың ата-әсәһенән йыйылған аҡсаның күлә­мен билдәләү хоҡуғына эйә.
Ошо уҡ Федераль закондың 66-сы статьяһының 8-се бүлегенә ярашлы, Башҡортостан Мәғариф минис­трлығы тарафынан “Махсус (коррекция) мәға­риф учреждениеһынан, оҙаҡ дауалауға мохтаж булған балалар өсөн шифахана рәүешендәге һауыҡтырыу мәға­риф учреждениеларынан, ябыҡ типтағы махсус дөйөм белем биреү мәктәбенән тыш, Башҡортостандың Мәғариф ми­нис­трлығы ҡарамағында булған интернатлы дәүләт дөйөм белем биреү ойошмаларында баланы ҡараған өсөн ата-әсәләрҙән (законлы вә­кил­дәр­ҙән) түләтелгән хаҡ күләмен билдәләү тәр­тибе тураһында”ғы фарман проекты эшләнде.
Әле хаҡ күләме белем биреү ойош­маһы етәксеһенең фарманы буйынса билдәләнә. 2014/15 уҡыу йылында дәүләт дөйөм белем биреү ойошмаларында түләү айына 500 – 1250 һум тәшкил итә.
“Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһында”ғы 273-сө Федераль закон­дың 66-сы статьяһындағы 9-сы бүлеккә һәм фарман проектына ярашлы белем биреүҙе ғәмәлгә ашырыу, шулай уҡ дәүләт ойош­ма­ларының күсемһеҙ милек тотоу өсөн киткән сығым­дары интернатта йәшәгән балаларҙың түләүе иҫәбенә индерелмәй. Уларҙан йыйылған аҡса эш хаҡына өҫтәлгән сумманы ҡаплау, эшмәкәрлеге федераль дәүләт белем биреү стандартын бойомға ашы­рыуға бәйле булмаған хеҙмәткәрҙәргә түләү, аҙыҡ-түлек, йомшаҡ инвентарь, шәхси гигиена әйбер­ҙәренә киткән сығымдарға ҡарап ҡуйыла.
Проект хоҡуҡи экспертиза үтте. Башҡортостан Прокуратураһы яһаған һөҙөмтәгә ярашлы, түләү һәр яңы уҡыу йылы башында билдәләнеүен иҫәптә тотоп, фарманда ҡуйылған хаҡ һәм уны түләү тәртибе 2015/16 уҡыу йылында, йәғни 2015 йылдың 1 сентя­брендә, тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Әле проектты ҡануни йәһәттән камиллаштырыу буйынса эш бара, 2014/15 уҡыу йылына билдәләнгән хаҡты 25-30 процентҡа арттырыу – айлыҡ түләүҙе 1500 һумға еткереү – планлаштырыла.
Төрлө ташламаларҙы билдәләү ҙә күҙ уңында тотола”.

“Паром”дың осона сығылды

(Люциә Урманшина,
“Кем яуаплы?”,
2014 йыл, 19 август)

Ейәнсәрен күрергә тип лагерға барып, унан ҡайтыр юлда Ағиҙел йылғаһы аша боҙоҡ паромда сығырға мәжбүр булған Люциә Урманшинаның мөрәжәғәтенә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр­лығының Башҡорт­остан идаралығынан алынған яуап гәзитебеҙҙең 19 сентябрь һанында баҫылып сыҡҡайны. Ошо уҡ мәсьәлә буйынса Күмертау ҡалаһы хакимиәте лә рәсми хат ебәрҙе.
“2014 йылдың 2 авгусында “Йәшел имәндәр” балалар һауыҡтырыу лагеры директоры Сергей Медведевҡа, Мәлә­үез ҡалаһының Берҙәм диспетчер хеҙ­мәтенән шылтыратып, һыу аша сығыу урынындағы авария (гәзиттә бәйән ителгән хәл) тураһында хәбәр итте­ләр. Паром лагерь яғына килеп туҡ­таған, ярҙа 30-ға яҡын кеше булған. Һыу кимәленең артыуы, хеҙмәткәрҙең иғ­тибар­һыҙлығы һөҙөмтәһендә трос өҙөлгән. Сергей Медведев коллегалары менән кисеүгә юлланды. Сәғәт 4-кәсә “Йәшел имәндәр” лагеры эшселәре көсө менән паром эше көйләнде”, – тиелә хатта.
Люциә Урманшинаны борсоған һорау­ҙарға лагерь директоры түбәндәгесә яуап ҡайтарған: “Йылға аша сыҡ­ҡан урында кәмә бар, паром эше тап уның ярҙа­мында көйләнде. Күҙәтеү советы 2011 йылдың 18 апрелендә ҡабул иткән 7-се ҡарарға ярашлы, борам йөрөтөүсе автотранспортты икенсе ярға сығарыу өсөн мотлаҡ теркәү үтә, 50 һум аҡса алып, квитанция тапшыра. Кешеләрҙе һыу аша сығарыу бушлай. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү үткәрелгән, ғәйеп­леләр язаға тартты­рылған”.


Вернуться назад