Көҙгә ныҡлап аяҡ баҫтыҡ. Хужалыҡтарҙа уңыш йыйыу тамамланып, мал ҡышлатыу осорона әҙерлек бара. Һәр ҡайҙа эш ҡайнай. Йыл аҙағы яҡынлашҡанға күрә барлыҡ тармаҡтарҙа ла йылдамлыҡ, хеҙмәт сәме тойола. Район хакимиәте башлығы Александр АНДРЕЕВ менән әңгәмәбеҙ, ғөмүмән, баҡалыларҙың көнитмеше хаҡында.
— Александр Георгиевич, быйыл ауыл хужалығы тармағында ниндәй уңыштарға өлгәштегеҙ?
— Ауыл хужалығында иң табышлы тармаҡтарҙың береһе – малсылыҡ. Беҙ унда продукцияның мул етештерелеүе өсөн бар көсөбөҙҙө һалып эшләйбеҙ. Ауыл хужалығында уңыштарыбыҙ әлегә бик бәләкәй, көсәйтергә кәрәк, әлбиттә. Беренсе бурыс – көндәлек табыш сығанағы булараҡ, һөт етештереүҙе арттырыу. Шуға ярашлы «500 ферма» республика программаһында ҡатнашабыҙ. «Дуҫлыҡ» кооперативы менән «Умир» йәмғиәте был йәһәттән эш башланы ла инде — биналар яңыртылды, үҙгәртеп ҡоролдо. Ыңғай һөҙөмтәләр бар. Малдың продуктлылығы күтәрелә. Быйыл «Яҡты шишмә» һәм «Бозор» кооперативтары ла программаға ҡушылды.
Бөтә көстө көтөүҙе яңыртыу йүнәлешенә һалабыҙ. Бөгөн «Нива» йәмғиәтенең ит, һөт йүнәлештәре буйынса рентабеллелеге 25-30 процент тәшкил итте.
Мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе — күберәк эш урындары асыу, халыҡты лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү. Көслө, аҡыллы, һәләтле ир-егеттәребеҙ күп, улар үҙебеҙҙә хеҙмәт итһә, төбәк бюджетына килем бермә-бер артыр ине.
— Районда фермерлыҡ үҫеше лә иғтибар үҙәгендә. Уларҙың эшмәкәрлегенә этәреш биреүсе дәүләт программаларында ҡатнашаһығыҙмы?
— Ауыл хужалығын үҫтереү маҡсатында «Яңы эш башлаусы фермер», «Ғаилә һөтсөлөк фермаһы» федераль программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. 2012 йылда «Яңы башлаусы фермер» программаһында А. Кононов, В. Пятибратов, И. Хафизов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары хәтһеҙ генә күләмдә грант алды.
«Ғаилә һөтсөлөк фермаһы» программаһында С. Булашов, Р. Шаригин һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып бара. Былтыр ошо уҡ программаға А. Сәғиҙуллин да ҡушылып, бөгөн һыйыр малын 60 башҡа ҡәҙәр үрсетте, шуның 18-е – һауын һыйыры. Л. Кашапов иһә баҡсасылыҡ йүнәлеше буйынса грант алып, ике “МТЗ-82” тракторы, бер һабан һөргөсө (ПЛН-3) һәм тырма агрегаты (БДН-2400) алды. Заманында гөрләп торған баҡсасылыҡты яңынан тергеҙеүгә, халыҡты емеш-еләк менән тәьмин итеүгә ул ҙур өлөш индерә.
Бөгөн иң мөһиме — аҙ сығым түгеп, яҡшы сифатлы продукция алыу. Ауыл хужалығы тармағында белемде даими камиллаштырып һәм яңыртып торғанда ғына алға китеш буласаҡ. Бының өсөн беҙгә яңы технологияға күсеү мөһим. Был йәһәттән инвесторҙарҙы йәлеп итеп, хужалыҡтарҙа машина-трактор парктарын ҡеүәтле заман техникаһы менән тулыландырыу шарт. Маҡсатлы программалар ярҙамында 2014 йылда 14,7 миллион һумлыҡ техника һатып алынды. Һуңғы дүрт-биш йылда ташландыҡ ерҙәрҙе үҙләштереү әүҙем алып барылды.
Өлгәшелгәндәрҙе нығытыу, ауыл хужалығы предприятиеларының иҡтисади тотороҡлолоғон һаҡлау — төп маҡсатыбыҙ. Тоҡомло мал үрсетеүсе хужалыҡтарҙы арттырыу иҫәбенә һөт малсылығын үҫтереү өсөн «500 ферма» республика программаһында ҡатнашыу, техника паркын яңыртыу — мөһим пландар.
— Районда төҙөлөш эше әүҙем алып барыла. Торлаҡ ҡына түгел, социаль объекттар, инфраструктура ла яңыртыла. Бер яҡтан яңылары төҙөлһә, икенсе яҡтан үҙгәртеп ҡорола. Киләсәктә коммуналь селтәр төҙөлөшөн йәйелдереү ҙә көтөләме?
— Ошо йылды перспектив пландар менән башланыҡ һәм, планлаштырылған объекттар йыл аҙағынаса файҙаланыуға тапшырылып, район халҡы файҙаһына хеҙмәт итер тип ышанғы килә. Был йәһәттән граждандарҙың лайыҡлы шарттарҙа йәшәүенә өлгәшеү — көнүҙәк мәсьәлә. Яңы төҙөлгән урамдарҙы газ, һыу, электр менән тәьмин итеү һәйбәт кимәлдә ойошторолған, ә урамдарға асфальт түшәү, төҙөкләндереү, йәшелләндереү өҫтөндә байтаҡ эшләйһе бар әле. Һәр кем ҙур, матур, уңайлы йорттарҙа йәшәргә теләй. Әйтергә кәрәк, быйыл бик күп эш башҡарылды. Әгәр ике-өс йыл рәттән 12-13 мең квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырып килгән булһаҡ, быйыл был һанды 17 меңгә еткерергә иҫәп тотабыҙ. Торлаҡ менән тәьмин ителеш район кимәлендә алғанда, бер кешегә 25,6 квадрат метр тәшкил итә. Йыл һайын Торлаҡ төҙөлөшө фонды өс ҡатлы, 24 фатирлы ике бина төҙөп тапшыра. Республика көнөндә ошондай уҡ бер йорт сафҡа индерелде. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, етем балаларға һәм яугирҙәрҙең тол ҡатындарына фатир асҡыстары тапшырылды.
Республиканың төрлө социаль программалары ярҙамында халыҡ көнкүреш шарттарын яҡшырта. Айырыуса йәш ғаиләләр мохтажлыҡ кисерә, шуға улар даими иғтибар үҙәгендә. Йәштәргә ярҙам итеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында һуңғы йылдарҙа «Ауылды социаль үҫтереү», «Йорт-комплект» һәм башҡа программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. «Йорт-комплект» проектына ярашлы, былтыр – бер, быйыл биш йорт һалынды. Шулай уҡ физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм 110 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы асылды. Ошо көндәрҙә район үҙәгендә йәнә бер мәктәпкә нигеҙ һалына. Район үҙәк дауаханаһына капиталь ремонт эшләргә лә йыйынабыҙ.
Районда хеҙмәтләндереүсе предприятиеларҙың береһе — “Баҡалыжилстрой” йәмғиәте — ете йылдан ашыу инде район халҡы өсөн заманса планировкалы йорттар төҙөй. Улар биләмәләрҙе төҙөкләндереү, инженерлыҡ селтәрҙәре менән тәьмин итеү, уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек саралары булдырыу өсөн хәстәрлек күрә.
— Эшҡыуарлыҡ тармағына ҡағылышлы мәсьәләләргә лә асыҡлыҡ индерһәгеҙ ине.
— Районда 779 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, шул иҫәптән 562 шәхси эшҡыуар, 110 бәләкәй, 40 микропредприятие, 67 крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Был өлкәлә райондың 5078 кешеһе мәшғүл. Былтыр район бюджетының 27,9 проценты бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар өлөшөнә тура килде.
Әйтергә кәрәк, Хөкүмәт эшҡыуарҙарға даими финанс ярҙамы күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр һигеҙ эшҡыуарлыҡ субъекты маҡсатлы программанан файҙаланды. Биш йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса 95 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъектының 44-е ауыл хужалығы субсидияһынан файҙаланды. Әле район иҡтисадындағы күп өлкәләргә эшҡыуарлыҡты йәлеп итергә мөмкин, айырыуса көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүгә.
Торлаҡ төҙөүсе «Баҡалыжилстрой», ағас эшкәртеүсе «Комфорт», «Баҡалы кирбес заводы», «Икмәк комбинаты» үҙ эшмәкәрлеген уңышлы алып бара. Илмир Хәмиҙуллин, Линар Нәбиев, Артур Садиҡовтар шәхси эшҡыуарлыҡта ҙур тәжрибә тупланы. Районыбыҙҙың көндән-көн матурланыуында уларҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Төрлө район һәм республика кимәлендәге сараларҙы үткәреүҙә, мәсет һәм сиркәүҙәрҙе төҙөкләндереүҙә, бәләгә осраған яҡташтарға, инвалидтарға ярҙам итеүҙә лә әүҙем эш алып баралар.
— Өлкәндәр, йәштәр, балалар проблемаһы ла һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Был мәғариф, медицина, мәҙәниәт өлкәләрендә лә сағыламы?
— Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме буйынса белем биреү учреждениеларын ҡулайлаштырыу бара. Балалар баҡсаһы менән мәктәп берләштерелеп, бер етәксе тәғәйенләнә. Йәш белгестәргә эш урындары булдырыла. Утын яғылған мәктәптәр ҙә бар. Белем биреү сифаты һөҙөмтәләренә килгәндә, район буйынса сығарылыш уҡыусыларының 80 проценты юғары уҡыу йорттарына инә. Халыҡ балаһын баҡсаға урынлаштырыу йәһәтенән мохтажлыҡ кисерә. Әлбиттә, проблеманы хәл итеү саралары күрелә, бер нисә бинаны балалар баҡсаһы итеп үҙгәртеп ҡорабыҙ.
Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Наил Баһауетдинов талантлы йәштәргә ярҙам фонды булдырҙы, уҡыуҙа, спортта, мәҙәни сараларҙа айырыуса уңышҡа өлгәшкән балаларға стипендия түләнә. Махсус белем алған йәштәребеҙ районға теләп ҡайта һәм ихласлыҡ менән эшкә тотона. Беҙ ҙә уларға уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Бөтә мәктәптәр заманса технологиялар менән йыһазландырылған, Интернетҡа тоташтырылған. Балалар ҙа киләсәктә һынатмаҫ, районыбыҙға лайыҡлы белгестәр булып ҡайтыр тип ышанабыҙ.
«Ауыл табибы» программаһына ярашлы, район үҙәк дауаханаһында 23 йәш табипҡа ярҙам күрһәтелде. Халыҡ та уларҙан ҡәнәғәт. Тәжрибәле табиптар Шамилә Ялаева, Виталий Кудряшов, Людмила Кашаева, Раят Гәрәев, Гөлфиә Хәйбрахманова — йәштәргә ныҡлы таяныс. Районда 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләп килә. Муниципалитеттарҙың тырышлығы һөҙөмтәһендә халыҡ яҡшы дауа ала.
Ғөмүмән, алдағы көндәрҙә лә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәле дауам итеүенә, халыҡтың һаулығын һаҡлауға, дауалау сараларының уңышлы башҡарылыуына ышаныс ҙур.
Ауырыуҙарҙы дауалау, ғүмер оҙонлоғон арттырыу, халыҡтың һаулығын һаҡлау маҡсатында эшмәкәрлек алып барыусы район үҙәк дауаханаһына капиталь ремонт эшләүҙә «Башнефть» йәмғиәте ҙур ярҙам күрһәтте.
— Киләһе йыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы билдәләнә. Был уңайҙан ниндәй саралар ҡаралған, яңылыҡтар көтөләме?
— Шуныһы ҡыҙғаныс: ветерандар сафы йылдан-йыл һирәгәйә, районда әле ни бары 50 һуғыш яугире йәшәй. Уларға иғтибарҙы һүрелтмәү маҡсатында хакимиәт вәкилдәренән төҙөлгән эшсе төркөм, һәр береһенең өйөнә барып, уларҙың көнкүреш шарттарын, сәләмәтлеген тикшерә. Бер генә ветеран да күҙ уңынан ситтә ҡалмай.
Ауыл биләмәләрендә яуҙа һәләк булғандар хөрмәтенә ҡуйылған обелисктар яҙҙан уҡ экологик өмәләр ваҡытында тәртипкә килтерелде, тирә-яғы таҙартылды, буялды. Киләһе йыл 9 Майҙа район үҙәгендә тантаналы митинг, үҙешмәкәрҙәр әҙерләгән концерт, спорт ярыштары үтәсәк.
— Александр Георгиевич, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Мәҙәниәт йылы тамамланыуға күп ваҡыт ҡалманы. Был йәһәттән районда ниндәй ғәмәлдәр тормошҡа ашырылды?
— Мәҙәниәт йылы уңайынан районда бик күп саралар ойошторолдо. Балалар араһында, ғәҙәттәгесә, төрлө конкурс-фестивалдәр уҙғарыла. Мәҫәлән, йыл да «Йөрәктән йөрәккә» фестиваль-конкурсы тәүҙә ауыл мәҙәниәт йорттарында була, артабан район үҙәгендә гала-концерт менән тамамлана.
Беҙҙә бик күп милләт вәкилдәре йәшәй. Һәр ҡайһыһына иғтибарҙы тигеҙ бүләбеҙ, милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереүгә бик етди ҡараш булдырылған.
Районда 23 мәҙәниәт йорто, 18 ауыл клубы, мәҙәниәт һарайы, сәнғәт мәктәбе, музей, 29 китапхана эшләй. Һигеҙ үҙешмәкәр коллектив “өлгөлө” һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. Мәҙәниәт йылы, әлбиттә, таланттар өсөн икеләтә байрам, сөнки һәләтле кеше, халыҡҡа моң-илһам өләшһә, үҙендә тағы ла көс-ҡеүәт, ышаныс артҡанын тоя.
“Башҡортостандың мәҙәни баш ҡалаһы” марафонын лайыҡлы ҡаршы алып оҙаттыҡ. “Троицк төбәк-ара фестивале” тип аталған бай йөкмәткеле гала-концерт үткәрелде. Ошо айҡанлы районда өс көн рәттән Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған кисәләр, яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле драматург Нәжиб Асанбаевтың тыуған ауылы Аҡманда хәтер кисәһе, балалар сәнғәт мәктәбенең 45 йыллығына арналған мәҙәни саралар булды.
— Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Александр Георгиевич. Тотороҡло үҫеш, социаль именлек юлында уңыштар теләйбеҙ!
Элена ҒИЛМУЛЛИНА әңгәмәләште.